Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
28 Апрель 2020, 16:30

Халыҡ-ара диктант араларҙы яҡынайтты

#башдиктант2020 Онлайн-форматта “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020” акцияһы үтте. Диктант яҙыуҙа республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалалары, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм бөтә донъя буйлап 24 илдән барлығы 305 600 кеше ҡатнашты!Сараның иң бәләкәй ҡатнашыусыһына 5 йәш, ул Баймаҡ ҡалаһынан. Ә иң оло ҡатнашыусы Ишембай районынан булып сыҡты, 96 йәш.Беҙҙең районда онлайн-форматта диктант яҙыуҙа мәғариф бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге һәм мәғариф бүлегенән бөтәһе 2354 кеше ҡатнашты. Уҡыусылар менән бергә уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡушылды был акцияға. Тулы мәҡәлә менән гәзиттә һәм сайтта танышырһығыҙ.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы Фонд һәм “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә онлайн-форматта “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020” акцияһы ойошторолдо һәм үтте.
Был акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында бөтәһе 223 000 ҡатнашыусы алдан теркәлеү үтте.
Әйтергә кәрәк, диктантты яҙыу Өфө ваҡыты менән сәғәт 11:00-дә башланып, уны тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында ҡарарға була ине. Ул 3 вариантта булды: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Һәр ҡатнашыусы үҙаллы өйөндә яҙыу мөмкинлегенә эйә булды, эштәр фотоға төшөрөлөп сканвариантта сайт аша йә иһә электрон почтаға һәм ватсап номеры буйынса 26 апрель сәғәт 23:59-ға тиклем ҡабул ителде.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа Республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалалары, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм бөтә донъя буйлап 24 илдән барлығы 305 600 кеше ҡатнашты!
Рәсәй төбәктәренән 39 214 ҡатнашыусы (Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Владивосток, Яңы Уренгой, Владимир, Ноябрьск, Анапа, Мурманск, Якутск, Силәбе, Ҡурған, Һарытау, Ырымбур, Һамар, Пермь, Татарстан Республкаһы). Башҡа илдәрҙән 3 395 ҡатнашыусы (Үзбәкстан, Швейцария, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Испания, Эстония, Канада, Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Таджикистан, Португалия, Италия, Польша, Ҡырғыҙстан, Франция, Украина, Белоруссия, Әзербайжан, Төркмәнстан, Абхазия, Литва).
Диктантта әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Учалы, Дыуан, Көйөргәҙе, Кушнарен, Ҡариҙел, Салауат, Хәйбулла, Яңауыл райондары башлыҡтарына ҙур рәхмәт белдерелде!
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 51 345 ҡатнашыусы диктант яҙҙы. Был күрһәткес диалект вәкилдәренең башҡортса һөйләшеүҙәрен таныуҙарын белдерә.
Сараның иң бәләкәй ҡатнашыусыһына 5 йәш, ул Баймаҡ ҡалаһынан. Ә иң оло ҡатнашыусы Ишембай районынан булып сыҡты, 96 йәш.
Диктантты Заһир Зәйнетдинов (мульти-инструменталист, шоумен) – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; Флүрә Мурзина («Хәбәрҙәр» программаһының алып барыусыһы) – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; ә Марсель Сәлимов (сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн уҡынылар.
Диктант-2020 ҡатнашыусыларының һәр береһенә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк. Улар сайттағы шәхси кабинетҡа йә электрон почтаға ебәрелә.
Беҙҙең районда онлайн-форматта диктант яҙыуҙа мәғариф бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге һәм мәғариф бүлегенән бөтәһе 2354 кеше ҡатнашты. Уҡыусылар менән бергә уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡушылды был акцияға. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, диктант яҙыу ҡыйын булмаған, күпселек иркен аралашыусылар өсөн тәҡдим ителгән вариантты яҙған.
Айгөл Ҡылысбаева.
Читайте нас: