Бөтә яңылыҡтар

Балалар баҡсаларын асырға иртәрәк!

Республика Башлығы Радий Хәбиров кисә үткән "Мәғариф сәғәте"ндә күп ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенә яуап биреп, шулай тине.

"Коронавируска бәйле хәл-торош һаман да тотороҡло түгел әле, шуға күрә балалар баҡсаларын асыу менән ҡабаланырға ярамай", - тине Радий Фәрит улы һәм әлегә был хәлдән сығыу юлы булараҡ, мәктәпкәсә учреждениеларҙа эшләгән дежур төркөмдәрҙе атаны.
Әйткәндәй, ата-әсәләр һорауы буйынса бындай төркөмдәр көн дә тиерлек яңынан асыла. Республиканың мәғариф министрлығы белдереүенсә, бөгөн Башҡортостанда 769 (ә улар бөтәһе 42 мең) мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 2126 төркөм балаларҙы ҡабул итә. Уларға 27419 кескәй йөрөй.
Читайте нас: