Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июнь 2020, 13:00

Республика мәктәптәрендә быйыл сығарылыш кисәләре 27 июндә онлайн уҙғарыла.

«Беҙ балаларҙың байрамы булырға тейешлеген аңлайбыҙ, әлбиттә. Барыһы ла яҡшы булһа, санитар табиптарҙың рөхсәте менән 25 июлдә имтихандарҙан һуң ошондай кисәләр ойоштора алырбыҙ тип уйлайбыҙ», — тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Мәғариф сәғәте»ндә.

Ләкин республика башлығы һүҙҙәренсә, бындай шарттарҙа әлегә бер нәмә лә әйтеп булмай, республикала ошо эш версияһын һәм Мәғариф министрлығы планын күҙ уңында тоталар.
«Иң мөһимен әйтергә теләйем. Сығарылыш кисәләрендә уҡыусыларыбыҙҙың эсеүе бик әшәке! Сығарылыш балы алкоголь ҡулланыу өсөн сәбәп түгел икәнен аңлатырға кәрәк», — тип иҫкәртте Радий Хәбиров.
«Мәғариф сәғәте»ндә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы. Ул 3 июлдә башлана. Етди сәбәптәр буйынса июлдә имтихан бирә алмағандар өсөн августа өҫтәмә осор ҡаралған. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабул итеү пункттарында санитар контроль тәьмин ителгән. Мәктәп автобустары көнөнә ике тапҡыр антисептиктар менән эшкәртелергә тейеш.
Бынан алда «Башинформ» республикала 17 меңдән ашыу уҡыусының Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға йыйыныуы тураһында хәбәр иткәйне. Улар өсөн 110 имтихан пункты асыла.