Уҡыусыларыбыҙҙы аттестаттарын ҡулдарына алып ҡыуаныуҙары менән ҡотлайбыҙ!!! 11-се класты тамамлаусы Ғафарова Айгүзәл менән осраштыҡ, ҡыуанып бөтә алмай алтын миҙал алғанына, ышанмай! Йөҙөндәге шатлыҡ ҡояш һымаҡ тирә-яҡҡа нур сәсте. Бөтә донъя беҙҙең менән бергә ҡыуанған һымаҡ булды. Миңә алыыыҫтан ҡул болғап, йүгереп килеп, ҡосаҡлап алды. Уның шатлыҡлы хис-тойғолары миңә күсте. Оҙаҡ итеп һөйләшеп торҙоҡ, айырылышаһы килмәне. Уҡытҡан уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә рәхмәте сикһеҙ! Йөҙөндә бөтмәҫ шатлыҡ, күҙҙәренән һағыш, хушлашыу йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәй. Моңһоу ғына айырылыштыҡ. "Апай, аралашып торайыҡ, беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙан, тәрбиәселәребеҙҙән башҡа киләсәк тормошобоҙҙо күҙ алдына килтерә алмайбыҙ", – тине, һәр ваҡыттағыса һөйкөмлө итеп йылмайып. Йөҙөндә ышаныслы аҙым яһарлыҡ, заман менән бергә атларлыҡ төплө белем, тәрбиә алғаны балҡып тора.