Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
26 Август 2020, 19:00

Теледәрестәр тергеҙелә

#Миллипроект #НацпроектТелевизион асыҡ дəрестəрҙе тергеҙəсəктəрЯңы уҡыу йылында һəр дүшəмбе билдəле кешелəр алып барған телевизион дəрестəр дауам итəсəк.

Телевизион асыҡ дəрестəрҙе тергеҙəсəктəр
Яңы уҡыу йылында һəр дүшəмбе билдəле кешелəр алып барған телевизион дəрестəр дауам итəсəк. 1 сентябрь тəүге асыҡ дəресте Радий Хəбиров алып барасаҡ.
Бынан тыш, 1-се класс уҡыусылары өсөн теледəрес яҙҙыртыу практикаһы тергеҙелəсəк.
Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ, үҙҡурсаланыу һəм дистанцион белем биреү осоронда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан – 24”, “Вся Уфа, UTV каналдары аша асыҡ дəрестəр күрһəтелде. Арҙаҡлы шəхестəрҙең үҙ тормошонан сығып һəм шəхси тəжрибəһенə таянып, төрлө күренештəр һəм хəлдəр хаҡында һөйлəүе балалар араһында оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Лекторҙар араһында билдəле ғалимдар, əртистəр, йəмəғəт эшмəкəрҙəре, спортсылар, сəйəсмəндəр, космонавтар булды.

Читайте нас: