Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
28 Август 2020, 12:00

Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы:

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең август конференцияһы уңайынан иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Был конференция – үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһау, мәғариф өлкәһен үҫтереүҙә артабанғы перспективаларҙы, 2020-2021 уҡыу йылына яңы йүнәлештәрҙе билдәләү мөмкинлеге биргән мөһим ваҡиға. Бик тиҙҙән уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр райондың белем биреү учреждениеларында күптән көтөп алынған яңы уҡыу йылын ҡаршылаясаҡ. Быйылғы эшебеҙ бай йөкмәткеле һәм уңышлы булыр, кәңәшмәлә билдәләнәсәк маҡсаттарға һәм бурыстарға өлгәшербеҙ, тип ышанам.Барлыҡ педагогтаға һәм тәрбиәселәргә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйем. Хеҙмәтегеҙ емешле булһын!

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең август конференцияһы уңайынан иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Был конференция – үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһау, мәғариф өлкәһен үҫтереүҙә артабанғы перспективаларҙы, 2020-2021 уҡыу йылына яңы йүнәлештәрҙе билдәләү мөмкинлеге биргән мөһим ваҡиға. Бик тиҙҙән уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр райондың белем биреү учреждениеларында күптән көтөп алынған яңы уҡыу йылын ҡаршылаясаҡ. Быйылғы эшебеҙ бай йөкмәткеле һәм уңышлы булыр, кәңәшмәлә билдәләнәсәк маҡсаттарға һәм бурыстарға өлгәшербеҙ, тип ышанам.
Барлыҡ педагогтаға һәм тәрбиәселәргә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйем. Хеҙмәтегеҙ емешле булһын!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: