Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
1 Сентябрь 2020, 11:00

Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы:

Ҡәҙерле уҡыусылар һәм студенттар! Хөрмәтле педагогтар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙе күркәм байрам – Белем көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!Беренсе сентябрь –уҡырға, яңы белемдәр алырға килеүселәр өсөн һәр ваҡыт айырыусатулҡынландырғыс байрам, улоло тормошҡа юлланғанда, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм асыштар менән тулы сираттағы осорҙоң башы. Был көндә беренсе класс уҡыусылары тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа, сығарылыусылар өсөн үҙаллы тормош алдынан йомғаҡлау этабы башлана, һәр уҡыусы, һәр студент сираттағы белем баҫҡысына күтәрелә.Байрам көнөндә педагогтарға айырым рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен белдерәм. Балаларыбыҙҙың уҡыуҙа һәм тормошта ни тиклем уңышлы булыуы, ниндәй граждандар булып үҫеүе, тыуған еребеҙ, илебеҙ үҫешенә ниндәй өлөш индереүе туранан-тура һеҙҙең педагогик талантығыҙға бәйле, ҡәҙерле уҡытыусылар.Яңы уҡыу йылы сағыу һәм емешле, ижадҡа, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы аралашыуға бай булһын, ә алған белемдәр оло тормоштоң ныҡлы нигеҙенә әүерелһен.Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар, түҙемлек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем! Аҡ юл һеҙгә!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Ҡәҙерле уҡыусылар һәм студенттар! Хөрмәтле педагогтар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙе күркәм байрам – Белем көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Беренсе сентябрь –уҡырға, яңы белемдәр алырға килеүселәр өсөн һәр ваҡыт айырыусатулҡынландырғыс байрам, улоло тормошҡа юлланғанда, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм асыштар менән тулы сираттағы осорҙоң башы. Был көндә беренсе класс уҡыусылары тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа, сығарылыусылар өсөн үҙаллы тормош алдынан йомғаҡлау этабы башлана, һәр уҡыусы, һәр студент сираттағы белем баҫҡысына күтәрелә.
Байрам көнөндә педагогтарға айырым рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен белдерәм. Балаларыбыҙҙың уҡыуҙа һәм тормошта ни тиклем уңышлы булыуы, ниндәй граждандар булып үҫеүе, тыуған еребеҙ, илебеҙ үҫешенә ниндәй өлөш индереүе туранан-тура һеҙҙең педагогик талантығыҙға бәйле, ҡәҙерле уҡытыусылар.
Яңы уҡыу йылы сағыу һәм емешле, ижадҡа, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы аралашыуға бай булһын, ә алған белемдәр оло тормоштоң ныҡлы нигеҙенә әүерелһен.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар, түҙемлек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем! Аҡ юл һеҙгә!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: