ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
8 Сентябрь 2020, 18:00

“Осоу практикаһы – күк йөҙө ҡыйыуҙар өсөн”

Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу-методика үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста еңеп сыҡты һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә субсидияға эйә булды.Авиация үҙәк тормошҡа ашырған проект республикалағы үҫмерҙәрҙең һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә, йәштәр араһында авиацияны танытыуға, уның мөмкинлектәрен арттырыуға йүнәлтелә. Бында осоусы һөнәренә ҡыҙыҡһынған 100 кадет белем аласаҡ.

Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу-методика үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста еңеп сыҡты һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә субсидияға эйә булды.
Авиация үҙәк тормошҡа ашырған проект республикалағы үҫмерҙәрҙең һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә, йәштәр араһында авиацияны танытыуға, уның мөмкинлектәрен арттырыуға йүнәлтелә. Бында осоусы һөнәренә ҡыҙыҡһынған 100 кадет белем аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, быйыл августа проекттың тәүге этабы тормошҡа ашырылды. Башланғыс осоу әҙерлеге алып барылған М. Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан, Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусынан, Мәләүез индустриаль колледжы ҡарамағындағы Кадет корпусынан 100 үҫмер “Первушин” аэродромына йыйылып, тест үтте, пилот-инструктор уларҙы осош менән таныштырҙы. Кандидаттар араһынан 30 кеше һайлап алынды.
Әле проекттың икенсе этабы старт алды. 30 кадет аэродромда осоу-танышыу практикаһында. Уның барышында йәштәр осош һәм һауа хоҡуғы, һауа суднолары, элемтә, навигация, авиация хәүефһеҙлеге һ.б. менән таныша.
Өсөнсө этапта “Саванна” самолеттарында ике сәғәтлек осоу практикаһы үткәрелә.
Сентябрь-октябрь айҙарында “Первушин” аэродромында кадеттар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн йомғаҡлау сараһы уҙғарыласаҡ.
Читайте нас: