Ер йөҙөндә төрлө һөнәр бар, кеше үҙенә оҡшағанын, күңеленә яҡынын һайлай. Табиптар, аграномдар, һауынсылар, инженерҙар, механизаторҙар, төҙөүселәр...Бик күптәр улар! Тик шулай ҙа, уҡытыусы һөнәре – иң кәрәклеһе. Сөнки игенсе лә, эшсе лә, табип та – барыһы уҡытыусы ҡулында белем ала, тәрбиәләнә.
Уҡытыусы... Кем һуң ул? Исеме үк әйтеп тора бит. Уҡытыусы, тимәк, уҡыта. Ул мине уҡыта, ата-әсәмде уҡытҡан, балаларымды уҡытысаҡ. Уҡытыусы...
Бөгөн беҙҙең һүҙебеҙ ошо иң кәрәкле профессия – уҡытыусы һөнәрен һайлап, уға ғүмере буйына тоғро ҡалған апайыбыҙ Ғәйнизарова-Хәлитова Гөлъямал Зәбих ҡыҙы тураһында. Апайыбыҙ Муйнаҡ ете йыллыҡ, Иҫәнғол урта мәктәптәрен, Стәрлетамаҡ институтының физика-математика факультетын тамамлағас, районда Үрген, Муйнаҡ мәктәптәрендә уҡыта. Туған мәктәбендә оҙаҡ йылдар математика уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләй. Эш дәүерендә оҫта етәксеһе, ойоштороусы булып таныла. Бик күп уҡыусылары талантлы уҡытыусыларының юлын һайлап, балаларға математиканан белем бирә. Уҡыусылары был талапсан һәм ентекле эшләүсән уҡытыусы ярҙамында математика фәне серҙәренә төшөнә һәм уның юлын һайлап, мәктәптә генә түгел, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләй.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Гөлъямал Зәбих ҡыҙы “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, “Өлкән уҡытыусы” исемдәренә лайыҡ булды.
Тормош иптәше Сөләймән Әбделғафар улы Ырымбур ауыл хужалығы институтын тамамлай. Калинин исемендәге колхозда агроном булып эш башлай. Иң ауыр йылдарҙа председатель булып колхозда етәкләй. Совет Армияһы офицеры. Хәрби һөнәргә ҡарағанда ауыл хужалығына өҫтөнлөк бирә.
Муйнаҡ ауылында төпләнеп тормош ҡороп бергә иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә – 50 йыл, ә ошо көндәрҙә апайыбыҙға 75 йәш тула. Матур парҙар ике балаға ғүмер бүләк итә, улдары Илһам –төҙөлөш өлкәһен, ҡыҙҙары Дилә медицинаны үҙ итә. Тормош йәме булып, өләсәй- ҡартатайҙы һөйөндөрөп, ике ейән – Арыҫлан һәм Данияр– үҫә. Хаҡлы ялға сығып, әүҙем тормош алып бара уңған ғаилә. Ауыл ерендә йәшәгәс, малын да аҫырай, баҡсаһын да ултыртмай булмай, ҡош-ҡорто ла кәрәк. Улы, ҡыҙы, кейәүе – иң беренсе ярҙамсылар. Ҡәҙерле ейәндәрен тәрбиәләшәләр. Күп һанлы тыуған-тумасаларын асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып оҙаталар. Ауылдаштары тормошона ла битараф түгелдәр. Яҡын дуҫтары менән дә аралашырға ваҡытын табалар.
Беҙ – бөтә туғандары апайыбыҙ менән еҙнәйебеҙҙең киләсәк көндәре бәхет, шатлыҡ, иҫән-һаулыҡ, муллыҡ-байлыҡ менән тулы булырына ныҡлы ышанабыҙ. Ярты быуат бергә үткән ғүмерҙәренең һәр мәле иҫтәлекле, ҡәҙерле, онотолмаҫлыҡ, ҡотло һәм ошо алтын туй яҡтыһы йәшәләсәк йылдарҙы нурландырып торһон. Апайыбыҙ Гөлңямал менән еҙнәйебеҙ Сөләймән Хәлитовтар – Өҫкәлек буйының сағыу биҙәге, йөҙөк ҡашы, уның ҡото, йәме.