Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Сентябрь 2020, 11:00

Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы:

27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөХөрмәтле тәрбиәселәр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәпкәсә белем биреү ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө
Хөрмәтле тәрбиәселәр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәпкәсә белем биреү ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Үҙ ғүмерегеҙҙе һеҙ үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә арнағанһығыҙ, был оло ихтирамға лайыҡ. Кескәйҙәрҙең бәхетле бала сағы һәм артабанғы яҙмышы һеҙҙең аҡылығыҙға, түҙемлеккә һәм баланың эске донъяһына, хыялдарына иғтибарлы булыуығыҙға бәйле.
Һеҙгә иң мөһим һәм изге бурыстарҙың береһе – Ейәнсура районының иң бәләкәй кешеләре хаҡында хәстәрлек күреү, уларға наҙ һәм күңел йылыһын бүләк итеү, кескәйҙәр сәләмәт, көслө һәм бәхетле булып үҫһен өсөн барыһын да эшләү бурысы йөкмәтелгән.
Һеҙҙең педагогик оҫталығығыҙ, үҙ эшегеҙҙе яратыуығыҙ, кескәйҙәр хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Эшегеҙ шатлыҡ һәм ижади илһам килтерһен, ә тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең уңыштары һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн бүләк булһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, яҡшы кәйеф һәм яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: