Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Сентябрь 2020, 12:00

Татлы һүҙле, оҫта ҡуллы тәрбиәсе

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ… Ни сәсһәң, шуны ураһың. Шуға күрә баланың шәхес булып формалашыуында ғаиләнең дә, балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәрҙең дә роле ҙур. Тәрбиәселәр байрамы уңайынан «Аленушка» балалар баҡсаһының «Бәпембә» мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләүсе Ғәлиә Алсынбай ҡыҙы Сырлыбаеванан ни өсөн был һөнәрҙе һайлауы тураһында һораштым.

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ… Ни сәсһәң, шуны ураһың. Шуға күрә баланың шәхес булып формалашыуында ғаиләнең дә, балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәрҙең дә роле ҙур. Тәрбиәселәр байрамы уңайынан «Аленушка» балалар баҡсаһының «Бәпембә» мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләүсе Ғәлиә Алсынбай ҡыҙы Сырлыбаеванан ни өсөн был һөнәрҙе һайлауы тураһында һораштым.
– Иң элек балаларҙы яратам. Улар менән эшләүе күңелле. Күңелдәре таҙа, асыҡ. Уларҙың иғтибар менән тыңлай, аңламаған һүҙҙәрҙе матур итеп һорай белеүҙәре, төшөнгәндән һуң рәхмәт әйтеүҙәре, үҙе бер кинәнес.
Төркөмдә 33 бала ине, быйыл өс бала мәктәпкә китте. Беҙҙә ҡатнаш ғаиләләрҙән дә балалар бар. Һәр иртә башҡортсалап һаулыҡ һорашыуҙарҙан башланып китә, шуға иғтибар иткән балалар баҡсала саҡта үҙҙәренең телмәрендә тылсымлы һүҙҙәрҙе йыш ҡулланалар, шуныһы һөйөнөслө. Балаларға башҡортса шиғырҙар, йырҙар өйрәтәбеҙ, бейеүҙәр һалабыҙ. Төрлө флешмобтарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Төркөмдә 12 малай һәм 18 ҡыҙ, әсәйҙәр ҡыҙҙарға матур итеп түшелдеректәр эшләп бирҙе. Ниндәй генә сара үткәрергә уйлаһаҡ та, ата-әсәләр әүҙем, һәр саҡ ярҙам итергә теләк белдерәләр. Әлеге көндә бармаҡҡа кейҙереп уйнау өсөн әкиәт персонаждарын тегәләр, сөнки балалар йоҡлар алдынан башҡорт халыҡ әкиәттәрен ихлас тыңлайҙар. Киләсәктә әкиәт геройҙарын сәхнәләштерергә уйлайбыҙ, – тип бер тында һөйләп бирҙе 3 йыл элек аттестация үтеп, юғары категорияға эйә булған тәрбиәсе.
Ғәлиә Алсынбай ҡыҙы Әбйәлил районының Ишкилде ауылында тыуып үҫкән, 11 класты Боранғол ауылында тамамлай. Белорет ҡалаһында педагогия училищеһында өс йыл белем ала һәм Северный ҡасабаһында бер йыл тәжрибә туплай. Шунан юғары белем алыу өсөн Сибай ҡалаһына юллана, унда педагогия институтында 5 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Ошо уҡыу йортонда уҡыған ваҡытта буласаҡ тормош иптәше Анзур Хәлим улы менән таныша. Мөхәббәт емештәре булып, 2003 йылда Нурания, 2006 йылда Нурзилә, 2010 йылда Нургизә исемле ҡыҙҙары доньяға ауаз һала. Улар өсөһө лә Иҫәнғол Башҡорт гимназияһында 11-се, 8-се һәм 4-се класта белем ала.
Ғәлиә Сырлыбаева 2008 йылда «Аленушка» балалар баҡсаһына эшкә килә һәм бөгөнгө көндә лә ең һыҙғанып ошонда эшләй. Ең һыҙғанып тип әйтеүемдең үҙ сере бар! Ул сәғәтем үтте, эш бөттө тип ҡайтып китмәй, ә балалар баҡсаһын биҙәүҙә ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Баҡсаның коридорындағы бөтә әкиәт геройҙарының һүрәттәре уның ҡулы менән тыуҙырылған. Әйтеүе генә рәхәт, унда күпме илһам, көс, дәрт! Әкиәт геройҙарын аңлай, күрә белеү… Быйыл Ғәлиә Алсынбай ҡыҙы хеҙмәттәше Гөлсиә Ваһапова менән арт-объект та эшләп ҡуйғандар.
Гөлшат Имелбаева. Автор фотолары.
Читайте нас: