Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
14 Декабрь 2020, 18:05

Үҙем һайлаған юл – күңел талабы

«Усында ҡош ҡундырып һайратыр, тыны менән өрөп сәскә бөрөләре астырыр ҡатын-ҡыҙҙар булыуын мин әле белмәй инем. Улар бар икән...Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры.Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, Мостай ағай, бар һүҙҙәрегеҙ бик хаҡ! Мин дә ундай ҡатын-ҡыҙҙар барлығына инандым. Һеҙҙең һүҙҙәр фәҡәт минең яратҡан уҡытыусым Клара Мырҙағәле ҡыҙы тураһында әйтелгән!» – тип яҙа үҙенең иншаһында башҡорт гимназия-интернатының 2019/20 уҡыу йылы сығарылыусыһы Айгүзәл Ғафарова.

«Усында ҡош ҡундырып һайратыр, тыны менән өрөп сәскә бөрөләре астырыр ҡатын-ҡыҙҙар булыуын мин әле белмәй инем. Улар бар икән...
Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, Мостай ағай, бар һүҙҙәрегеҙ бик хаҡ! Мин дә ундай ҡатын-ҡыҙҙар барлығына инандым. Һеҙҙең һүҙҙәр фәҡәт минең яратҡан уҡытыусым Клара Мырҙағәле ҡыҙы тураһында әйтелгән!» – тип яҙа үҙенең иншаһында башҡорт гимназия-интернатының 2019/20 уҡыу йылы сығарылыусыһы Айгүзәл Ғафарова.
Ысынлап та, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» бәйгеһе еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантын яулаусы, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева, уҡытыусы булараҡ, инде утыҙ дүртенсе йыл Белем көнөн ҡаршы алды. Бөтә күңелен, йөрәген уҡыусыларына биргән Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы «Әгәр яңынан һөнәр һайларға мөмкинселек булһа, кем булыр инегеҙ?» – тигәнгә, бер ҙә уйлап тормайынса: «Тик Уҡытыусы!» – тип яуаплай.
Уҡытыусы булырға теләү орлоғо Клара Мырҙағәле ҡыҙына онотолмаҫ хәтирәле, ҡәҙерле бала саҡта уҡ һалынған. Шундай матур, татыу, өлгөлө һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫкән ҡыҙ туғандары менән көнө буйы бөтмәҫ ауыл эшен эшләһәләр, кистәрен ҡысҡырып китап уҡыйҙар, атластан ҡала, йылға-күлдәрҙең исемдәрен табып уйнайҙар. Ҡырға уҡырға киткәс тә, интернаттан, хатта институттан ялға ҡайтһа ла, урамдаш балалар уның ҡайтҡанын күреп, һырып ала торған булған. Буласаҡ уҡытыусы уларҙы теҙеп ултыртып, уҡыған әҫәрҙәрен ентекле итеп, анализ яһап һөйләй, ә ҡыҙҙар-малайҙар иҫтәре китеп тыңлай... Хатта йәштәштәре уйынға йөрөгәндә лә, был балалар апайҙарын һағалап тороп, үткәрмәҫ булған. Бөгөн дә улар, нисәмә йылдар үтеүгә ҡараҫтан, осраһалар туҡтап, күрешеп, хәл һорашмай үтмәйҙәр. Инде был малай-ҡыҙҙарҙың күбеһе юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәре уҡытыусы булып эшләп йөрөй.
– Ауыр эш, хеҙмәт кешене тик сыныҡтыра, тиҙәр. Эйе, тормошта бер ҙә еңел юл эҙләмәнем. Ҙур-ҙур көслө тулҡындарҙы ярып, ике ҡулым менән ышыныслы итеп ишеп, бер туҡтауһыҙ алға ынтылам! Тик алға! – ти Клара Мырҙағәле ҡыҙы.
Тыуған ауылы Буранғолда мәктәп тик өс йыллыҡ булыу сәбәпле, ата-әсәһе бәләкәй генә кәүҙәле, оҙон толомло, зәп-зәңгәр күҙле туғыҙ йәшлек ҡыҙын белем алыу өсөн Көйөргәҙе (элекке Күмертау) районы Маяҡ ҡасабаһына ебәрә. Унда тик «бишле»гә уҡығандарҙы 8-се кластан һуң Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатына урынлаштыра торған булғандар. Шулай итеп белем алыу теләге көслө булған ҡыҙ ата-әсәһен, туғандарын, тыуған ауылын һағыныуҙы уҡыу менән баҫа. Аҙаҡ – институт, аспирантура... Ҡайҙа ғына уҡыһа ла көслө, талапсан уҡытыусыларҙа белем алырға насип була уға. Тап улар Уҡытыусы һөнәренә һөйөү уята ла инде!
Әсә телен, һайлаған һөнәрен, уҡытҡан уҡыусыларын яратҡан уҡытыусы эшенә бар күңелен һала. Эйе, шул осраҡта ғына эшләгән эштең һөҙөмтәләре күренә. Клара Мырҙағәле ҡыҙының уҡыусылары район, республика олимпиадаларында, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа даими яулаған еңеүҙәре, призлы урындары ошо хаҡта һөйләй.
«Минең маҡсатым – һәр уҡыусыға ижади мөмкинлектәрен табырға ярҙам итеү, үҙенең көсөнә ышандырыу», – ти Клара Мырҙағәле ҡыҙы. Эйе, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының иң төп бурыстарының береһе ул уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. Уҡыусылары Әлиә Теләүембәтова, Айгөл Аҙнабаева һәм Альбина Мөхәмәтйәрованың шиғыр, хикәйә китаптарын сығарыу – быға асыҡ миҫал. Шулай уҡ «Ейәнсура таңдары» район гәзитендә, балалар өсөн сығарылған республика баҫмалары – «Йәншишмә» гәзите менән «Аманат» журналында уҡыусыларының эштәре йыш баҫыла. Әйткәндәй, 9-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Мөхәмәтйәнова менән 8-се класс уҡыусыһы Вәсилә Хәкимова ижади һәләттәре өсөн «Аманат» журналының «Йәш хәбәрсе» танытмаһына лайыҡ булды. Ошо уҡ уҡыусылар Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған республика ижади бәйгеһендә лә еңеүсе булды.
Уҡытыусының эшенә ғәҙел баһаны тик уҡыусыһы бирәлер! Әйҙәгеҙ, Клара Мырҙағәле ҡыҙының һөнәри юлын һайлаған уҡыусыларының береһе Айгөл Аҙнабаеваға һүҙ бирәйек:
Ер йөҙөндә һөнәрҙәр күп,
Барыһы ла кәрәкле.
Һәр кем мәшғүл эше менән,
Һөнәрһеҙҙәр һирәктер.
Оло тормош юлында
Юғалып ҡалмаҫ өсөн,
Барыһын да өйрәтәлер
Бары тик уҡытыусы.
Минең уҡытыусым да
Оло йөрәкле кеше!
Бөтә булмышын һалып,
Башҡара ул үҙ эшен.
Илем, телем, халҡым тиеп,
Ғорурланып йәшәргә,
Өйрәтә ул беҙҙе тағы
Үҙ аллы фекерләргә.
Һәр баланың күңеленә
Асҡысын таба белә.
Үҙенә ышаныс арттыра
Яғымлы һүҙе менән.
Кәрәк саҡта ихластан
Ярҙам ҡулы һуҙа ул.
Уҡыуҙа аҡһай башлаһаң,
Талапсан да була ул.
Беҙ шәхес булһын тиеп,
Йәлләмәй ул үҙ көсөн.
Изге, яҡшы, ғәҙел кеше
Булып үҫһендәр өсөн.
Ташып торған дәрте менән
Беҙҙе лә йәнләндерә.
Әйтерһең, ятҡан ҡурайҙы
Ел өрөп көйләндерә.
Талантлы уҡытыусымдан
Мин дә өлгө аламын.
Уның кеүек тырыш булып,
Төрлө үрҙәр яулармын!
Эйе, уҡыусының донъяға әйтер һүҙенә, теләгенә, хыялына, ынтылыштарына теләктәшлек белдергәндә генә юғары ҡарашлы шәхес тәрбиәләп булалыр. Бөгөн Клара Мырҙағәле ҡыҙы инде утыҙ дүртенсе йыл үҙе һайлаған юлдан ғорур атлай һәм һөйөнөп тирә-яғына күҙ ташлай... Бик алыҫта балҡып-нурланып уттар ҡабына. Уның осҡононан ҡабынған уттар...
Ә. Әйүпова.
Читайте нас: