Шахматсылар ике йәш категорияһында: 2006-2008 йылғылар һәм 2009 йылғы һәм уларҙан бәләкәйҙәр араһында аҡыл көсөн һынашты. Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса ике йәш категорияһында ла Абзан мәктәбе командаһы (Нәфис Бикбулатов, Әмир Ниғмәтуллин, Нургизә Бикбулатова; Айсыуаҡ һәм Әмирхан Вәлиевтар, Вилена Ишеғолова) беренселекте яуланы. Афарин, йәш шахматсылар!