Башҡортостандың 198 уҡытыусыһы, шул иҫәптән беҙҙең райондан дүрт уҡытыусы республика педагогтары араһында иң-иңдәр булыу өсөн майҙан тотто. Һәм бына, 23 мартта улар “Торатау” конгресс-холына – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһенең 26-сы һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһенең 31-се бәйгеләрен ябыу тантанаһына йыйылды.
Шуныһы һөйөнөслө: башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева менән 2-се мәктәптең физика һәм математика уҡытыусыһы Артур Мансур улы Тоҡомбәтов иң шәп унау иҫәбендә! Клара Мырҙағәле ҡыҙы Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайының “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булһа, Артур Мансур улы физиканан дәрес күрһәтеп, йәш уҡытыусылар араһында иң юғары –97,17 балл йыйҙы. Оҫталыҡ дәресе лә жюри тарафынан юғары баһаланған уҡытыусы номинацияла еңеп, Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнде.
Республиканың иң шәп уҡытыусыларының алтын фонды беҙҙең район педагогтары исеме менән тулыланды. Клара Мырҙағәле ҡыҙы менән Артур Мансур улын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлап, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!