Мәғариф Образование
11 Апреля 2021, 09:15

Үҙе һайлаған юл

“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!” –тип белдерә 34-се йыл балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантын яулаусы, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы. Бөгөн ул беҙҙә ҡунаҡта.

“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!” –
тип белдерә 34-се йыл балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантын яулаусы, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы. Бөгөн ул беҙҙә ҡунаҡта.
Бала саҡтан килгән булмышым
Уҡытыусы булырға теләү орлоғо миңә онотолмаҫ хәтирәле, ҡәҙерле бала саҡта уҡ һалынды. Ата-әсәйем ҙур роль уйнаны һөнәр һайлауымда. Атайым шағир-импровизатор ине. Өҫтәл артында ултырабыҙмы, тирләп-бешеп эш эшләйбеҙме, шиғыр сығарып, шундуҡ һөйләп тә ебәрер ине. Атайым сәсән телле булды һәм һәр ваҡыт ысын күңелдән бөтә тирә-яҡҡа нур сәсеп йылмайыр ине. Хикәйәләр яҙған ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәрен йәшереп кенә уҡый торғайныҡ. Баҫтырырға бирмәүе инде – үтә лә тыйнаҡ булыуынандыр. Дүрт класс ҡына белемле ине. Ә инде махсус белем ала алмауында һуғыш ғәйепле. Атаһы Сталинград өсөн ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Береһенән-береһе бәләкәй биш баланы аслыҡтан йолоп ҡалыу өсөн әсәһенә атайым ҙур ярҙамсы була.
Ә әсәйем гел мәҡәл-әйтемдәр менән генә һөйләшә торғайны. Шуға ла бала саҡта уҡ мәҡәл-әйтемдәрҙе яттан белә инем. Эшкә ныҡ әрһеҙ, көслө ҡатын булһа ла, әсәйем йомшаҡ ҡына тауышлы, мөләйем ҡарашлы, үтә лә тыныс холоҡло ине. Ата-әсәйемдең йылы ҡарашы, иркәләүе, иғтибарлы булыуҙары һигеҙебеҙгә лә етте. Һәр эшкә яуаплы ҡарау, кешелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булыу, һәр ваҡыт матур йәшәргә ынтылыу, сәмсел, ғәрсел булыу кеүек холҡомдағы матур сифаттар ата-әсәйемдән килә. Уларға ҙур рәхмәтлемен!
Шундай матур, татыу, өлгөлө һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Көнө буйы бөтмәҫ ауыл эшен эшләһәк, ә кис көндәре ҡысҡырып китап уҡыйбыҙ, атластан ҡала, йылға-күлдәрҙең исемдәрен табып уйнай инек. Ғәҙәттә, иң ҙур апайым уҡый, беҙ – ҡалған ете бала тыныс ҡына, иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Бәләкәстән үк һәр беребеҙгә олоно оло итеү, кесене кесе итеү тигән матур сифаттар һалынған ине. Тағы ла шуны иҫләйем: интернаттан, институттан ялға ҡайтһам, беҙҙең урам балалары мине һырып ала торғайны. Мин уларҙы теҙеп ултыртам да уҡыған әҫәрҙәремде ентекле итеп, анализ яһап һөйләй инем. Башҡа йәштәр уйынға йөрөһә, мине был балалар һағалап тороп үткәрмәҫ ине. Ҡыҙыҡ итеп иҫләргә генә ҡалды. Әле лә улар, ауылға ҡайтһам, хәл һорашып, һөйләшмәй үтмәйҙәр. Уларҙың күбеһе юғары уҡыу йорттарын бөтөп, уҡытыусы булып эшләп йөрөй.
Тик алға!
Ауыр эш, хеҙмәт кешене тик сыныҡтыра. Эйе, тормошта бер ҙә еңел юл эҙләмәнем. Ҙур-ҙур көслө тулҡындарҙы ярып, ике ҡулым менән ышаныслы итеп ишеп, бер туҡтауһыҙ алға ынтылам! Тик алға! Ауылда өс йыллыҡ мәктәп булыу сәбәпле, мин – бәләкәй генә кәүҙәле, оҙон толомло, зәп-зәңгәр күҙле туғыҙ йәшлек ауыл ҡыҙы –белем алыу өсөн Көйөргәҙе (элекке Күмертау) районы Маяҡ ҡасабаһына уҡырға юлландым. Гел “бишле”гә уҡығандарҙы 8-се кластан һуң Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов гимназияһына урынлаштырҙылар. Белем алыу теләге көслө булыуы ата-әсәйҙе, туғандарҙы, тыуған ауылды һағыныуҙы еңгәндер... Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индем. Институтта уҡыу ныҡ оҡшаны, күңелемде биреп, тырышып уҡыным. Гел “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүем шунан киләлер. Көтмәгәндә мине институттың ректоры Р. В. Әлмөхәмәтовҡа саҡырттылар ҙа, һине Ленин стипендияһына тәҡдим иттек, тип ҡыуандырҙылар. Был, әлбиттә, тағы ла ҙур яуаплылыҡ өҫтәне.
Уҡыуымды уңышлы тамамлағас, институттың педагогия кафедраһында эшкә ҡалырға тәҡдим булды...
Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең йома һанында уҡығыҙ!
Читайте нас