Белем алыу телен (телдәрен) һайлау тәртибе нисек?
Балаларҙы, уҡыусыларҙы мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡырға алғанда уларҙың ата-әсәһе (законлы вәкилдәре)
ғариза буйынса белем алыу телен, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән өйрәнелә торған туған телде, шулай уҡ туған тел булараҡ рус телен, Рәсәй
Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен һайлай.
Белем алыу теле (телдәре) ата-әсә (законлы вәкилдәр) тарафынан ғаризаларҙа
балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә, беренсе класҡа төшкәндә, белем алыуҙың киләһе кимәленә күскәндә (апрель — июнь айҙарында, йәғни яңы уҡыу йылына уҡыу
планы раҫланғанға тиклем ата-әсәләр йыйылыштарында), бер мәғариф ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә, йә ниндәйҙер объектив сәбәптәр арҡаһында уҡыу йылы
барышында уҡыу урынын алыштырғанда күрһәтелә.
Балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү этаптары:
Беренсе этап 1 апрелдән 30 июнгә тиклем — мәктәпкә тәү
сиратта алынырға тейешле йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булған, шулай уҡ бер тәғәйен биләмәгә беркетелгән балалар өсөн; Икенсе этап — 6 июлдән 5 сентябргә
тиклем — тәғәйен биләмәгә беркетелмәгән балалар өсөн;
Иғтибар! Бер мәғариф ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә уҡыусыға яңы мәғариф учреждениеһында
өйрәнелгән телдәр исемлеге бирелә. Бала элек өйрәнелгән тел исемлектә буламһа, уға шәхси уҡыу программаһы тәҡдим ителергә тейеш! Әммә бындай осраҡтарҙа
йыш ҡына туған тел булараҡ рус телен һайлайҙар.
Ғаризаны нисек бирергә мөмкин?
Балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә «Балалар баҡсаһына электрон сират»
мәғлүмәт сервисы аша, йә мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы етәкселегенә шәхсән тапшырырға була. Мәктәпкә төшкәндә һәм (йәки) икенсе мәктәпкә күскәндә
ғаризалар шәхсән тапшырыла. Шулай уҡ почта аша заказлы хат менән, мәктәптең электрон почтаһына, мәктәптең рәсми сайты аша һәм дәүләт һәм муниципаль
хеҙмәттәр сервисы ярҙамында ғариза берергә мөмкин. Белем алыуҙың киләһе кимәленә күскәндә ғариза шәхсән, ата-әсәләр йыйылышында тапшырыла.
Туған телде өйрәнмәҫкә мөмкинме?
Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән туған тел, шулай уҡ рус теле, туған телдә әҙәби уҡыу (туған әҙәбиәт) башланғыс
дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем кимәлендә мотлаҡ өйрәнелергә тейешле фән булып тора.
Башҡорт теле нисек өйрәнелә?
Мәктәптәр, төп дөйөм белем биреү
программаларына һәм федераль дәүләт мәғариф стандарттарына нигеҙләнеп төп белем биреү программаларын, шул иҫәптән уҡыу пландарын үҙаллы төҙөй.
Федераль дәүләт мәғариф стандарттары Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Мәктәп уҡыу планы нигеҙендә
өйрәнеү өсөн бер нисә фәнде, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен, этномәҙәни йүнәлештәге фәндәрҙе тәҡдим итергә
хоҡуҡлы. Иҫкәртмә! Уҡыу йылы дауамында тәғәйен телде өйрәнеүҙән баш тартыу тураһындағы ғаризалар ҡабул ителмәй, сөнки уҡыу планы, белем биреү
процесында ҡатнашыусыларҙың (педсоветтың, уҡыусылар советы, ата-әсәләр комитетының) фекерен иҫәпкә алып, уҡыу йылы башланғанға тиклем үк раҫлана, ошо
уҡыу планына ярашлы уҡытыусылар тарификацияһы билдәләнә.