Сығарылыш уҡыусылары алдында ҙур эш – берҙәм дәүләт имтихандары тора. Әле улар билдәле йүнәлештә белем биреүсе уҡыу йортон һайлап, унда уҡыуҙы дауам итеү өсөн имтихандар бирергә әҙерләнә. Ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға психолог кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.
БДИ-ны ҡурҡыныс, ҡотолғоһоҙ проблема образынан сығарып, тормоштоң, йәшәйештең бер билдәһе итеп ҡабул итегеҙ. Уның бик күп ыңғай яҡтары барлығын да онотмағыҙ. Иң мөһим шарт: бала үҙен яклаулы, ышаныслы итеп тойһон. Шуның өсөн тыныс, эшлекле атмосфера булдырығыҙ. Көн дә планлы әҙерләнеү отошло булып тора. Кәрәкле китаптар һатып алығыҙ, баланың имтиханға нисек әҙерләнеүе менән көн дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Көндәлек режимда, бигерәк тә ял көндәрендә телевизор, компьютер алдында ултырыуҙы сикләгеҙ, йоҡо туйҙырыу, саф һауала физик эш тик файҙаға ғына булыр.
Дөрөҫ туҡланыу кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Ғалимдар билдәләүенсә, хәтерҙе яҡшыртыусы аҙыҡ-түлектәр – авакадо, ананас, кишер ашағыҙ. Мейелә иғтибарҙы туплауға ярҙам итеүсе булып креветка, һуған, сәтләүектәр, ижадҡа илһам биреүселәр - инжир емеше менән тмин сәйе тора. Шул уҡ ваҡытта тынысландырыусы таблеткалар менән артыҡ мауыҡмаһағыҙ ине.
Имтихан ваҡыты сикле. Имтиханда ваҡытты самалар өсөн сәғәт һатып алығыҙ (имтиханда телефон ҡулланыу тыйыла). Үҙегеҙҙе ышаныслы тойорға өйрәнер өсөн телефонһыҙ көндәр, сәғәттәр яһап алыу тик файҙаға булыр.
Киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеп барығыҙ, уҡыу йорттарына инеү шарттары үҙгәреүе, ҡабул итеү имтихандары тураһында яңылыҡтар булып тора. Льготалар, квота, йүнәлтмәләр тураһында белешегеҙ, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ыскындырмағыҙ.
Әгәр ҙә балдар һеҙ көткәндән әҙерәк булһа, баланы әрләмәгеҙ, төрлө варианттар ҡарағыҙ, бөтәһенә лә әҙер булығыҙ.