Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр, зирәктәр һәм әүҙемдәр

1 июндә Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата ҙур байрам үтте. Уның сиктәрендә VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған, донъя халыҡтары әкиәттәрен туған телдәрендә һөйләүселәр араһында үткән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде.

Апрель-май айҙарында үткән был бәйгелә барлығы алты төбәктән: Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре һм Пермь крайынан барлығы 347 бала ҡатнашҡан. Улар башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт һ.б. халыҡ әкиәттәрен һөйләгән, сәхнәләштергән, мультипликацион һәм анимацион фильмдар төшөргән.
Беҙҙең Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары (етәкселәре М. Хәсәнова) ИКЕНСЕ урын алып ҡайтты!
Афарин, йәш телһөйәрҙәр!

Читайте нас