Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Ата-әсәгә уҡыусы балаһын яңы уҡыу йылына әҙерләү былтырғыға ҡарағанда ҡиммәтерәк булмаҡсы.

Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Был хаҡта РИА "Новости" хәбәр итә. Ул "Чек индекс" аналитика ресурсы тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән.

Быйыл бер уҡыусыны мәктәпкә әҙерләүгә иң кәме тигәндә лә 12,9 мең һум талап ителә. Был былтырғы июлдәге күрһәткес менән сағыштырғанда 13 процентҡа артҡан. Сығымдың күпселек өлөшөн өҫ һәм аяҡ кейеме тәшкил итә.

Әйткәндәй, 16 августан мәктәп йәшендәге балаларҙы уҡыуға әҙерләү өсөн 10 мең һум түләнәсәк. Шулай итеп, хөкүмәттең был ярҙамы балаланы мәктәпкә тейешенсә әҙерләүгә етмәй.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас