Мәғариф Образование
7 Октября 2021, 04:23

Афарин, Эльмира!

“Ҡазан ҡалаһында "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһы проекттарының береһе булған "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалы үтте. Быйыл Абзан мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфирә Бикбулатова ла уҡыусыһы Эльмира Ҡыуатова менән көстәрен һынап ҡарарға була. Һәм улар ярымфиналға сыға. Был улар өсөн ҙур еңеү!

Афарин, Эльмира!Афарин, Эльмира!
Афарин, Эльмира!

 Эльмира Ҡазанға, оло бәйгегә Башҡортостандан барған 120 бәйгесе менән  бара. Өс көн буйы уҡыусылар бәйгелә үҙ көстәрен һынай, улар үҙ проектттарын яҡлау өҫтөндә эшләй, ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар менән бара.  

Эльмира был бәйгенән бик ҙур тәьҫораттар, яңы идеялар менән ҡайтҡан. Уларҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!  

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас