Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф/Образование
8 Ғинуар 2022, 15:50

Уҡытыусы уның булмышы

Башҡорт Үргене ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Динә Дамир ҡыҙы Янбаева өсөн 2021 йыл ҡаҙаныштарға бай булды.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыусы уҡытыусы "Һәләтле балалар" республика конкурсында ҡатнашып 3 урын яулап сертификат менән бүләкләнде. Ә муниципаль район сиктәрендә үткәрелгән "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" номинацияһында беренсе урын яулап,  март айында үтәсәк республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алған. МР хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеү ҙә ҙур ҡыуаныс.  Динә Дамир ҡыҙы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыу менән бер рәттән директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары  вазифаһын да башҡара. Шулай уҡ 9 класс уҡыусыларының алыштырғыһыҙ класс етәксеһе лә ул. Динә Дамир ҡыҙына еңел булмаған эшендә тағы ла уңыштар теләйбеҙ! Республика конкурсында ла һынатмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: