Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
24 Ғинуар 2022, 11:50

Пушкин картаһы юлланығыҙмы әле?

14 йәштән 22 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм йәштәр Пушкин картаһын юллау хоҡуғына эйә.

Пушкин картаһы юлланығыҙмы әле?
Пушкин картаһы юлланығыҙмы әле?

14 йәштән 22 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм йәштәр Пушкин картаһын юллау хоҡуғына эйә. Был карта ярҙамында Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә булһа ла мәҙәни сараларға түләп инергә була. 

2022 йылда картаға үҙгәрештәр индереде. Хәҙер уның балансында 3000 һум түгел, ә 5000 һум аҡса ята. Ул аҡсаны сисеп булмай, тик күргәҙмәләргә, концерттарға, музейҙарға карта ярҙамында инергә мөмкин.

1 февралдән Сәнғәт министрлығы, Кино фонды һәм төбәк органдары тарафынан төшөрөлгән Рәсәй фильмдарын ҡарау хоҡуғы бирелә. Тик кинофильмдар өсөн 2000 һумдан артыҡ сумманы тотонорға ярамай. Кинофильмға билет алған саҡта Пушкин картаһы менән түләү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт биреләсәк. 

Кемдәр әле был картаны алмаған,  "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында йәки Почта банк аша юллай алаһығыҙ.




Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: