Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсураны лайыҡлы күрһәттеләр

Беҙҙең районды “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” төбәк-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2022” республика конкурсында лайыҡлы күрһәткән уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ. Улар белем биреү һәм ижади оҫталыҡ өлкәһендә үҙҙәренең юғары педагогик компетентлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланылар.

Ейәнсураны лайыҡлы күрһәттеләр
Ейәнсураны лайыҡлы күрһәттеләр

 Үрген мәктәбенең башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динә Дамир ҡыҙы Янбаева милли кейемде сағыу итеп күрһәтеп кенә ҡалманы, “Дәрес” төп конкурс һынауы һөҙөмтәләре буйынса 75 ҡатнашыусы араһында тәүге бишәү араһына инде. “Дәрес” конкурс һынауы буйынса юғары балды 2-се һанлы Иҫәнғол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ольга Беляеваюғары балл йыйҙы. Ольга Федоровна класс сәғәтен һәм оҫталыҡ дәресен юғары кимәлдә күрһәтте. Эш тәжрибәһе әҙ булыуға ҡарамаҫтан, 1-се һанлы Иҫәнғол мәктәбе уҡытыусыһы Вероника Андреева, “Йәш уҡытыусы – 2022” конкурсының иң йәш ҡатнашыусыһы, тәбиғәтте өйрәнеү предметы буйынса ҡыҙыҡлы һәм сағыу дәрес күрһәтте. Дәрес һөҙөмтәһе буйынса Вероника Васильевна жюриҙан яҡшы баһалама алды һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Шулай уҡ диплом менән Таҙлар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Вера Макарова, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2022” конкурсы ҡатнашыусыһы, рус теленән күрһәткән дәресе өсөн бүләкләнде.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: