Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу илдә иң яҡшыһы тип танылды

Стратегик башланғыстар агентлығы конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыһы («Һаулыҡты бала саҡтан уҡ һаҡлау» номинацияһы) тип танылды.

 

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Конкурсҡа Рәсәйҙең 63 төбәгенән бөтәһе 532 ғариза килде, тип билдәләне ул.

«Беҙ мәктәптә балаларҙы һәйбәт ашатыу өсөн эҙмә-эҙлекле һәм көсөргәнешле эшләнек. Был йүнәлештә күп эш башҡарылды. Туҡланыу сифаты, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары артты, ошо өлкәгә аҡса һалырға әҙер булған инвесторҙар барлыҡҡа килде», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу темаһына мөрәжәғәттәр кәмей бара, тип өҫтәне республика етәксеһе.

«Мәктәптә туҡланыу реформаһын башлап ебәргәс, уны Рәсәйҙә алдынғылар сафына индереү бурысын ҡуйҙым. Эксперттарҙың юғары баһаһы бик мөһим. Әлбиттә, беҙҙең өсөн иң әһәмиәтлеһе — балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең фекере. Халыҡтан ялыуҙар һирәк килә, бер йылда социаль селтәрҙә мәктәптә ашатыу темаһына мөрәжәғәттәр ете тапҡырға аҙайҙы. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә ҡайнар аш менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә, был да беҙҙең төп ҡаҙаныш. Етешһеҙлектәр өҫтөндә лә эшләйбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: