Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март , 10:45

Яҙғы каникул күңелле үтә

Яңыбай урта мәктәбендә яҙғы каникул күңелле үтә. Бында "Йылмайыу" исемле көндөҙгө лагерь эшләй.

Яҙғы каникул күңелле үтә
Яҙғы каникул күңелле үтә

28 марттан Яңыбай урта мәктәбендә "Йылмайыу" исемле мәктәп яны һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы. Бында балаларҙың яҙғы каникулы файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн төрлө саралар ойоштороласаҡ. Был көндө уҡыусылар "Яҙғы каникул ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү" һәм "Хәүефһеҙ юл" инструктаждары менән танышты.

Уҡытыусылары Илсиә Яҡуп ҡыҙы Мортазина менән  күсмә ҡоштар йәшәйешен өйрәнде. Һүрәттәр төшөрҙө.

Ауыл китапханаһында Корней Чуковскийҙың 140 йыллыҡ юбилейына арналған сарала ҡатнашты. Уны китапханасы Әлиә Ҡәҙербәкова үткәргән. Уҡыусылар балалр өсөн бихисап китаптар  яҙған авторҙың тормошо һәм ижады менән танышҡан.

Аҙаҡтан уҡыусылар саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнап өйҙәренә таралышҡан. 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас в