Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
1 Апрель 2022, 09:45

Бөгөн - Ҡоштар көнө

"Ҡоштарҙы ҡышын ашат, ә улар һиңә яҙ ярҙам итер" тигән мәҡәл менән Иҫәнғол ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһының  "Тирмәкәй" башҡорт төркөмө балалары таныш. Ҡоштар йылы яҙ, йәй миҙгелдәренә ҡыуанып һайраһын өсөн уларға ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Ғинуар айының һыуыҡ көндәре башланыу менән ата- әсәләре менән берлектә ағастан тағараҡтар эшләп районыбыҙҙа барған экологик акцияға ҡушылдылар. Тулыраҡ сайтта.

Балалар баҡсаһының уйын майҙансығында үҫкән аҡ ҡайындарға үҙҙәренең тағараҡтарын элеп ҡошсоҡтарҙы ашаттылар. Ниндәй ҡоштар ҡайһы ваҡытта килеүен, уларға ниндәй аҙыҡ һалырға кәрәклеген көн һайын күҙәтеп көндәлек дәфтәргә теркәп барҙылар. Балалар шулай уҡ тағараҡтарҙы ҡарҙан таҙартып торҙолар, ҡоштар тураһында йомаҡтар систеләр, шиғырҙар, ҡыҙыҡлы хикәйәләр менән таныштылар, һүрәттәр төшөрҙөләр.


Февраль аҙағына тиклем барған был акцияла актив ҡатнашыу бик яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Бер береһенән матур үҙенсәлекле булған ун биш тағараҡтарҙа ҡоштарҙы ҡарап беҙҙең тәрбиәләнеүселәр беренсе урын яуланылар. Был экологик акцияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен еткерәләр. Үткәрелгән сара балаларҙа тәбиғәткә, ҡоштарға һөйөү, мәрхәмәтлек, иғтибарлыҡ, хәстәрлелек кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләй.


Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тағараҡтар эшләп ҡоштарҙы ашатайыҡ, яҙ көндәре уларға оялар эшләп ҡаршы алайыҡ, йәйен инде ҡош ояларын туҙҙырмайыҡ һәм уларҙы ҡурҡытмайыҡ тип өндәшәләр беҙҙең балалар баҡсаһының малайҙары һәм ҡыҙҙары. Ҡоштар бит беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!

Тәрбиәсе Искәндәрова Г.С.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: