+25 °С
Болотло
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылда ауыл еренә, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә ҡайтҡан 44 уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.
Бынан алда Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының 2023 йылға ҡәҙәр оҙайтылыуы билдәле булды. Тәүҙә ул 2022 йылға тиклем планлаштырылғайны.
Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы 2020 йылдан эшләй.