Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф/Образование
17 Апрель 2022, 14:03

Агросәнәғәт колледжында "Асыҡ ишектәр" көнө уҙҙы

16 апрель Башҡортостан Республикаһында профориентацияның берҙәм көнө Был көндө Ейәнсура агросәнәғәт колледжында Асыҡ ишектәр көнө үтте. Тулыраҡ сайтта.

Агросәнәғәт колледжында "Асыҡ ишектәр" көнө уҙҙы
Агросәнәғәт колледжында "Асыҡ ишектәр" көнө уҙҙы

16 апрель Башҡортостан Республикаһында профориентацияның берҙәм көнө

Был көндө Ейәнсура агросәнәғәт колледжында Асыҡ ишектәр көнө үтте.

Колледжға ҡунаҡҡа райүҙәктең 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәр уҡыусылары килде.

 Улар буйлап экскурсия барышында буласаҡ студенттар белем йорто һәм уның тормошо менән таныштылар, ҡай берәүҙәре хатта уҡыясаҡ йүнәлеште лә һайлап өлгөрҙө. Практика үткәндә кәрәк буласаҡ һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу оҫтаханаларында булдылар, колледжың матди-техник базаһы менән таныштылар. 

Уҡыусылар һөнәрҙәр тураһында концерт номерҙарын ҡарап, "Асыҡ ишектәр" көнөн "студент обеды" менән тамамланылар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: