Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
28 Апрель 2022, 15:08

“Йыл тәрбиәсеһе” – “Ләйсән”дә!

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең ике көн дауам иткән бәйгеһе тамамланды. “Ләйсән” балалар баҡсаһында үткән был һөнәри бәйгелә райондың ете балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе ҡатнашты. “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Даватова – өсөнсө, “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Йылҡыбаева – икенсе һәм “Ләйсән” балалар баҡсаһы логопеды Гөлсинә Аҡъюлова беренсе урын яуланы.

“Йыл тәрбиәсеһе” – “Ләйсән”дә!
“Йыл тәрбиәсеһе” – “Ләйсән”дә!

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтов һәм район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсе белем биреү буйынса методисы Регина Аллаярова тәбрикләне.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: