Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
29 Апрель 2022, 08:59

Документтарҙы онлайн тапшырырға була

Был абитуриенттар өсөн! Ғаризалар "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә "Юғары уҡыу йортона онлайн ҡабул итеү" сервисы аша ҡабул ителә.

 

Хәҙер республиканың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн һәр ҡайһы нөктәнән онлайн режимда ғариза ебәрергә була. 

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары икенсе йыл инде “Юғары уҡыу йортона онлайн инеү” сервисы ярҙамында “Дәүләт хеҙмәттәре” аша абитуриенттарҙан ғаризалар ҡабул итә. Былтыр ул юғары уҡыу йорттарында һынау режимында эшләне.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022/2023 уҡыу йылына бакалавриат, белгеслек һәм магистратура программалары буйынса республиканың ете алдынғы юғары уҡыу йорто 12 381 бюджет урынына абитуриенттар ҡабул итә. Шул иҫәптән аспирантураға – 151 кеше (2021/2022 уҡыу йылында – 127), ординатураға – 933 кеше (2021/2022 уҡыу йылында – 715).

“Әгәр элек сервис бюджет урындарына ғына инеү өсөн файҙаланылһа, быйыл ул бюджеттан тыш урындарға уҡырға инеүселәр өсөн дә, шулай уҡ бюджет нигеҙендә ҡабул итеүҙең маҡсатлы һәм льготалы урындарына ла эшләй. Конкурс исемлеген яңыртыу системаһы ла камиллаштырылған: статустар үҙгәреүе шунда уҡ буласаҡ. Был бер юлы бер нисә белгеслеккә һәм йүнәлешкә документ тапшырған абитуриенттар өсөн мөһим. Улар конкурс хәлен реаль ваҡыт режимында күҙәтә ала”, - ти Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков.

Һанлаштырыу дәүләт хеҙмәттәрен халыҡҡа уңайлыраҡ итә.

2022 йылда Рәсәй юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары арта: 2021/2022 уҡыу йылы менән сағыштырғанда 11 546 урынға. Шулай итеп, бюджет нигеҙендә 558 мең 44 кеше инә аласаҡ.

Иң күп урындар медицина, педагогика, ауыл хужалығы, инженер һөнәрҙәре һәм яһалма интеллект йүнәлештәре буйынса бүленгән.

Сервисҡа һылтанма: //www.gosuslugi.ru/vuzonline

Абитуриенттар өсөн юғары уҡыу йортона инеү шарттарын замансалаштырыу, яңы мөмкинлектәр булдырыу ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: