Бөтә яңылыҡтар

Йәй. Ял. Йәйләү.

Мәктәп уҡыусыларының йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулының ҡыҙған мәле. Ҡайһы бер балалар мәктәп лагерында, кемдер ауылда ҡартатай-өләсәйҙәрендә рәхәтләнеп ял итә.Ә кемдер "Ал елкән" лагерында "Йәйләү" ҙә.Әйткәндәй, быйыл бында ял итергә Башҡортостандан, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Свердлов өлкәләренән килгән балалар бик күп. Нәҡ ошо миҙгелдә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡояшта ҡыҙынып, сынығып, һаулығын нығыта...Таҙлар ауыл китапханаһы хеҙмәткәре менән берлектә, беҙ район балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ял итеүселәр менән осрашып, фәһемле фольклор сара үткәрҙек. Сара тураһында тулыраҡ сайтта уҡырһығыҙ.

Сарала башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәте тураһында һүҙ алып барҙык. Ял итеүселәрҙе башҡорт фольклорының төп жанрҙары, халҡыбыҙҙың беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланып ҡалған төп ҡиммәттәре – ауыҙ-тел ижады менән таныштырҙыҡ. Уҡыусыларға - дуҫлыҡ, тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ, зирәклек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кеүек төшөнсәләрҙе аңлаттыҡ.

Халҡыбыҙ борон-борондан киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. “Баланың кем икәнен белгең килһә, уйынына ҡара” тигәндәр. Ял итеүсе дуҫтарыбыҙ менән бергә күңел асып, башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ. Күптәргә таныш һәм яратып уйналған "Беҙ ун ике ҡыҙ инек", «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Төлкө менән тауыҡтар», "Ҡап та ҡоп" уйындарын ойошторҙоҡ.

Бында ял иткән балаларҙың бер-береһе менән шул тиклем дуҫлашҡаны күҙгә күренеп тора. Күрәһең, башҡорт моңо аңҡып торған мөхиттә йәшәү, үҙ-ара тик туған телдә аралашыу уларҙың күңеленә ыңғай тәьҫир итәлер. Балаларға ҡанат та ҡуя, маҡсатлы йәшәргә көс -дәрт тә бирә “Йәйләү”.

@d.biblioteka2016 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: