Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
23 Август 2022, 09:10

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерме?

Башҡортостандың 1295 белем биреү ойошмаһының 1284-е уҡыу йылы башланыуға әҙер.

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерме?
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерме?
Башҡортостандың 1295 белем биреү ойошмаһының 1284-е уҡыу йылы башланыуға әҙер.
 
Был күрһәткес файҙаланыуға тапшырырға планлаштырылғандың 100 % тәшкил итә. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо турала һөйләне.

Йәнә 11 дөйөм белем биреү ойошмаһы, ике йыллыҡ капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға бәйле, ҡабул итеүҙә ҡатнашманы. Министр һүҙҙәренсә, 1 сентябрҙә Башҡортостанда 509 мең уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, уларҙың яҡынса 55 меңе беренсе класҡа бара, бынан тыш, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күскенселәрҙең ғаиләләренән 156 бала парта артына ултыра.
 
Ейәнсура районы мәктәптәре лә яңы уҡыу йылында балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Әйткәндәй, быйыл районда беренсе класҡа 307 бала уҡырға бара. 
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: