Мәғариф Образование
11 Ноябрь 2022, 05:05

Көн темаһы: БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫ

Сығарылыш класы уҡыусылары алдында мөһим һынау – берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу тора. Был турала районда Район мәғариф бүлегенең баш белгесе булып эшләүсе Ринат Сабир улы Бикбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ. 

Көн темаһы: БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫКөн темаһы: БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫ
Көн темаһы: БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫ

- Районында берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек тураһында һөйләп китегеҙ әле.

– Беҙҙә быйыл 106 бала 11-се класты тамамлай. Әлегәберҙәм дәүләт имтиханы тапшырыласаҡ фәндәр тураһында яҡынса мәғлүмәт йыйылды. Әйтергә кәрәк, балалар имтихан тапшырасаҡ фәнде һайлауға бик етди ҡарарға тейеш, сөнки тап БДИ һөҙөмтәләре теге йәки был уҡыу йортона ингәндә мөһим роль уйнаясаҡ.

Октябрҙә райондың һәр утра мәктәбендә сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләре, уҡытыусылар ҡатнашлығында йыйылыштар үтте. Мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Иҙелбаева менән берлектә берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу һәм уларға әҙерлек тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Ата-әсәләр айырым консультациялар, өҫтәлмә әҙерлек дәрестәре, күнекмә имтихандарыүткәреү графигы менән таныштырылды.

Көҙгө каникул осоронда уҡыусылар үҙҙәрен бер нисә фәндән күнекмә имтихандары тапшырып һынаны ла инде. Был һынауҙар уларҙың әҙерлек кимәлен асыҡларға ярҙам итәсәк. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға артабан ниндәй юҫыҡта эш алып барырға кәрәклеген ошо имтихан баһалары күрһәтәсәк.

– Быйыл берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

– Үткән йылдарҙағы берҙәм дәүләт имтихандарында ҡайһы бер фәндәр буйынса ғына контроль үлсәү материалдары (КҮМ) ҡулланылһа, быйыл бөтә фәндәргә лә ҡағыласаҡ. Имтихандарҙың һөҙөмтәләре ошо үлсәү материалдарына ҡарап билдәләнеләсәк.

Ә имтихан биреү процедураһы үҙгәрешһеҙ ҡала. Әлеге ваҡытта берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу буйынса 2018 йылғы күрһәтмәләргә таянып эш итәбеҙ. Әлбиттә, барлыҡ санитар-гигиеник нормаларҙы үтәү мотлаҡ.

Күнекмә имтихандарын тапшырыуға килгәндә, ул өс этапта үтә. Беренсе этап һөҙөмтәләренә ҡарап уҡыусылар һайлаған фәндәре буйынса үҙҙәренең белемдәренең база кимәлен һынай. Декабрҙәүтәсәк икенсе этапта уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа һөҙөмтәләрҙә ыңғай динамика күҙәтергә тейеш. Өсөнсө этапҡа килгәндә, ул мартта үткәреләсәк. Был этапта уҡыусылар үҙҙәренең белем һәм имтихан тапшырыуға әҙерлек кимәлен аныҡ асыҡлаясаҡ.

Имтихандартеҙмәһе әлегә билдәһеҙ, ғәҙәттә берҙәм дәүләт аттестация эштәрен май аҙағында һәм июндә тапшыра килделәр. Был уҡыу йылында ла ошо гафиктан тайпылмаҫбыҙ, тип ышанабыҙ.

- Үткән уҡыу йылының һөҙөмтәләре хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ?

– Былтырғыйылда,ике йыл дауам иткән пандемия осорон иҫәпкә алып, уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү ауырға тура килде. Тәғәйенләнгән ваҡытта Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре башҡарылманы, 9-сы класта ла төп дәүләт имтихандары бирелмәне. Шулай уҡ был уҡыусыларға дистанцион уҡырға ла тура килде. 2020-2021 йылғы сығарылыш уҡыусыларының имтихан һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда үткән уҡыу йылындағы һөҙөмтәләр маҡтанырлыҡ булманы. Ә шулай ҙа биш фән буйынса балдар күтәрелде.  Математиканың профиль кимәле буйынса күрһәткестәр әҙерәк түбәнәйҙе,дөйөм алғанда, йылдағыса Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия интернаты юғары күрһәткестәргә өлгәште. Байыш, Башҡорт Үргене һәм Урта Муйнаҡ урта мәктәптәре лә берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы. Был мәктәптәрҙең уҡыусылары алдан уҡ һайланған предметтар буйынса маҡсатлы һәм төплө әҙерләнеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә алды. Кисәге сығарылыш уҡыусылары бөгөн юғары уҡыу йорттары студенттары.

– Һынау алдында торған уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

– БДИ тапшырыу өсөн осраҡлы фәндәр һайланмай. Шуға ла ата-әсәләргә алдан бала менән кәңәшләшергә, һөнәр һайлау тураһында һөйләшергә кәрәк. Шунан имтихан тапшырыласаҡ предмет һайлана ла инде. Фән һайлау - бер эш. Иң мөһиме сығарылыш уҡыусыһы өҫтәлмә дәрестәрҙе, консультацияларҙы ҡалдырмай йөрөргә тейеш. Һәр дәрес әһәмиәтле икәнен аңларға кәрәк. Ата-әсәләр дәрестәргә йөрөүҙе контролгә алһа шәп булыр ине. Бынан тыш уҡыусылар көн режимын үтәргә, ваҡытында ял итергә лә тейеш. Әлбиттә, сығарылыш йылы барыһы өсөн дә ауыр, әммә бөтәһе алдында яҡшы итеп берҙәм дәүләт имтихандарын биреү маҡсаты тора. Шуға ла етди ҡараш кәрәк.

Район мәғариф бүлеге үҙ сиратында уҡыусыларға  ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Ауыл мәктәптәрендә репетитор менән шөғөлләнеүҙе ойоштороуы ауыр. Шуға күрә мәктәптәрҙә айына ике көн БДИ фән комиссияһының уҡытыусы-эксперттарын йәлеп итеп, дәрестәр үткәреү ойошторҙоҡ.Был дәрестәр рус теле, математика, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, химия, физика һәм биология фәндәренән  йыл дауамында үткәрелә. Уҡытыусылар менән дә контроль үлсәү материалдарын ҡулланыу буйынса өйрәнеү дәрестәре үткәрелде.

- Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Рәзил Ишемйәров, Иҙелбәк урта мәктәбе уҡыусыһы: – Өфөнөң фән һәм технологиялар университетына (элекке авиация университеты) уҡырға инергә әҙерләнәм. Осоу аппараттары менән идара итеү бүлегенә инергә ине теләгем.Математиканың профилле кимәлен тапшырыу минең өсөн мотлаҡ кәрәк. Класс етәксем һәм математика уҡытыусыһы Миңниса Әхмәт ҡыҙы Дәүләтбәкова үткәргән өҫтәлмәдәрестәрҙең береһен дә ҡалдырмай йөрөйөм. Шулай уҡ өйҙә лә интернет аша шәғәлләнәм.
Рәсимә Аҡкөбәкова, Таҙлар урта мәктәбе уҡыусыһы: – Уҡыу минең өсөн еңел бирелһә лә, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бар көсөмдө һалырға тура килә. Ял өсөн бик әҙ ваҡыт ҡалһа ла, Стәрлетамаҡ ҡалаһына иҡтисад йүнәлеше буйынса уҡырға инергә ниәтләгәс, имтихандарға әҙерләнеүгә лә бик етди ҡарайым. Математика (профилле йүнәлеш), рус теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән имтихандар тотасаҡмын.
Азалия Шахмөхәмәтова, Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернаты уҡыусыһы: – Үҙемде бәләкәйҙән табип итеп күрәм. Минең ике туған апайҙарым барыһы ла медицина юлын һайланы. Берҙәм дәүләт имтихандарын рус теле, математика, биология һәм химиянан тапшырасаҡмын. Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау бүлегенә уҡырға инергә әҙерләнәм. Көҙгө каникулда математиканан база кимәлендә һынау тоттом. Эштәр ауыр булманы, яҡшы тапшырғанмындыр тип уйлайым.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас