Мәғариф Образование
15 Ноября 2022, 07:05

Бөтәһенә лә әҙер булығыҙ

Сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәйҙәренә психолог кәңәштәре

Бөтәһенә лә әҙер булығыҙБөтәһенә лә әҙер булығыҙ
Бөтәһенә лә әҙер булығыҙ

Сығарылыш уҡыусылары алдында ҙур бурыс– берҙәм дәүләт имтихандары тора. Әле улар билдәле йүнәлештә белем биреүсе уҡыу йортон һайлап, унда уҡыуҙы дауам итеү өсөн имтихандар бирергә әҙерләнә. Ата-әсәләргә ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

Иң беренсе шарт: 8-се кластың аҙағында, 9-сы класс башында уҡ бала менән, кәрәкһә класс етәкселәре һәм предмет уҡытыусылары менән дә кәңәшләшеп, 9-сы кластан һуң 11-се класка, йәки колледжға барырғамы икәнен билдәләгеҙ. Әгәр 11-се класҡа барыу планлаштырыла икән, 9-сы класта имтихандарҙы 11-се класта һайлаясаҡ предметтарҙан бирергә кәрәк. Был бер яҡтан – әҙерлек, икенсе яҡтан көсөн һынау өсөн мөмкинлек булыр.

        Икенсенән, БДИ-ны ҡурҡыныс, ҡотолғоһоҙ проблема образынан сығарып, тормоштоң, йәшәйештең бер ыңғай билдәһе итеп ҡабул итегеҙ.Мәҫәлән “тест” тип кенә атағыҙ. Уның бик күп ыңғай яҡтары барлығын да онотмағыҙ. Экзамен һөҙөмтәләрен ҡулланып бала үҙе теләгән уҡыу йортона инеп белем ала аласаҡ.

Өсөнсө – иң мөһим шарт: бала үҙен яҡлаулы, ышаныслы итеп тойһон. Шуның өсөн тыныс, эшлекле атмосфера булдырығыҙ. Көн дә планлы әҙерләнеү отошло булып тора.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәп программаһын ғына үҙләштереп юғары балдар алып булмай.Шуға күрә кәрәкле китаптар һатып алығыҙ, репетитор яллағыҙ.Интернетта әҙерләнһә, үткән йылдарҙа был сайтта әҙерләнеүселәрҙән һорашығыҙ, хәҙер ялған репетиторҙарҙа бар икәнен онотмағыҙ.Иң яҡшыһы ошо этапты үткән ата-әсәләр менән кәңәшләшеп һайлау. Баланың имтиханға нисек әҙерләнеүе менән көн дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Көндәлек режимда, бигерәк тә ял көндәрендә телефон, компьютер алдында ултырыуҙы сикләгеҙ, йоҡо туйҙырыу, саф һауала физик эш тик файҙаға ғына булыр.

Дөрөҫ туҡланыу кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Ғалимдар билдәләүенсә, авакадо, ананас, кишер– хәтерҙе яҡшыртыусы аҙыҡ-түлектәр. Мейелә иғтибарҙы туплауға ярҙам итеүсе булып креветка, һуған, сәтләүектәр, ижадҡа илһам биреүселәр – инжир емеше менән тмин сәйе тора. Шул уҡ ваҡытта тынысландырыусы таблеткалар менән артыҡ мауыҡмаһағыҙ ине.

Имтихан ваҡыты сикле. Имтиханда телефон ҡулланыу тыйыла, шуға ла ваҡытты самалар өсөн сәғәт һатып алғанда яҡшы булыр. Бала үҙен ышаныслы тойорға өйрәнһен өсөн телефонһыҙ көндәр, сәғәттәр яһап алыу тик файҙаға булыр.

Киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеп барығыҙ, уҡыу йорттарына инеү шарттары үҙгәреүе, ҡабул итеү имтихандары тураһында яңылыҡтар булып тора. Льготалар, квота, йүнәлтмәләр тураһында белешегеҙ, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ыскындырмағыҙ.

Әгәр ҙә балдар һеҙ көткәндән әҙерәк булһа, баланы әрләмәгеҙ, төрлө варианттар ҡарағыҙ, бөтәһенә лә әҙер булығыҙ.

Р. СОЛТАНОВА, психолог.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас