Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернат нисәмә бала өсөн икенсе йорт, ныҡлы терәк, белем һәм тәрбиә донъяһы булып ҡала. Уҡыусыларҙың рухын да, аҡыл, белем кимәлен дә, физик үҫешен дә камиллаштырыу өсөн ҙур эш башҡарыла бында. Һәр баланы шәхес итеп үҫтереүгә бөтә көсөн һалған, ҡанат ҡуйған, берҙәм дәүләт имтихандарына юғары кимәлдә әҙерләгән уҡытыусылар эшләгән белем усағын тамамлаусыларҙың институт-университетҡа уҡырға инеү күрһәткесе лә юғары булып ҡала.
Үткән уҡыу йылы сығарылыусылары араһында берҙәм дәүләт имтихандарын иң юғары балл менән тапшырған уҡыусыларыбыҙ бөгөн – студенттар. Алмаз Сабитов, Айзидә Йылҡыбаева, Миңзәлә Илбаева (һүрәттә) гимназия-интернатты алтын миҙалға тамамланы. Белемгә ынтылыштары, тырышлыҡтары, әүҙемлектәре менән айырылып торған был уҡыусыларыбыҙ тураһында әллә күпме һөйләргә була. Төрлө кимәлдәге олимпиадалар, спорт ярыштары, әҙәби, мәҙәни саралар – барыһы ла улар ҡатнашлығында үтте.
Төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан, еңеүҙәр яулаған, уҡыуҙа һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған Алмаз бөгөн Өфө дәүләт нефть, техник университетының IТ факультетында белем ала. Районда физика фәне буйынса иң юғары балл йыйған был егетебеҙ беренсе сессияһын уңышлы тамамланы ла инде. Ул берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнгән егет-ҡыҙҙарға:
– Олимпиадаларҙа ҡатнашығыҙ. Ниндәй олимпиадалар һеҙ барасаҡ юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеү мөмкинлеген бирә – шуларға өҫтөнлөк бирегеҙ. Ваҡытығыҙҙы бушҡа үткәрмәгеҙ. Берҙәм дәүләт имтихан мәсьәләләре олимпиаданыҡынан әллә ни айырылмай. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, – тип кәңәштәр бирә
Уҡыу алдынғыһы, рус һәм башҡорт телдәренән республика олимпиадаларында призер булған Айзидә Йылҡыбаева Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетында уҡый. Тырыш, уңған ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеү менән бер рәттән, гимназия-интернатында үткән ғилми конференциямы, ижади конкурстармы, шиғыр һөйләү бәйгеләреме – һәр саҡ уртаһында ҡайнаны. Уҡыуға, һәр эшкә яуаплы ҡараған, башлаған һәр эшен аҙағына еткерергә өйрәнгән Айзидә гимназия уҡыусылары өсөн өлгө булды. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп, изге теләктәрен еткерә: «Университетта уҡыған ярты йылда шуны аңланым: ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, барыһына ла өлгөрөргә була. Алдағы имтихандарҙа уңыштар теләйем һәм уны үҙем тапшырған кеше булараҡ, шуны әйтәм: имтихандар ҡурҡыныс түгел. Ул тормошоғоҙҙоң бер баҫҡысы ғына, уның артынан яңыһы киләсәк. Имтихандарға әҙерләнгәндә ваҡытығыҙҙы аныҡ бүлегеҙ. Иртә таңдан кискә тиклем дәреслектәр менән ултырыу кәрәкмәй, ял итеп алыу ҙа мөһим, юғиһә, «яныуығыҙ» бар. Тағы ла шул: берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуҙы тормошоғоҙҙоң төп маҡсаты итмәгеҙ. Һеҙ уны тапшырырһығыҙ ҙа оноторһоғоҙ. Ә бит тормошта унан да мөһимерәк, һоҡланғысыраҡ, ғәжәйеберәк нәмәләргә өлгәшергә, улар хаҡына йәшәргә була. Оло ышаныс менән әйтәм, һеҙ ғүмерегеҙҙең был этабын уңышлы үтерһегеҙ һәм үҙегеҙ өсөн иң яҡшы булған белем йорттарына уҡырға инерһегеҙ».
Тик бишле билдәләренә генә уҡыған, белемле, уңыштарға өлгәшкән тырыш ҡыҙыбыҙ Миңзәлә Илбаева Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Ельцин исемендәге Урал Федераль Университетында белем ала. Әйтеүенсә, уҡыу еңел бирелә, ләкин күп ваҡытын ала. Шулай ҙа буш ваҡыты килеп сыҡһа, китаптар уҡый, еңел атлетика буйынса күнекмәләргә йөрөй. Екатеринбургтағы музейҙарҙа ла булып өлгөргән. Донъяны, тормошто төрлө яҡлап өйрәнгән Миңзәлә лә сығарылыш уҡыусыларына уңыштар теләй: «Имтиханға әҙерләнһәң, үҙ көсөң менән дә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Мин белем алған юғары уҡыу йорто буйынса күберәк белергә теләүселәр булһа, социаль селтәрҙә миңә яҙығыҙ, яуап яҙырға шат буласаҡмын».
Бына шулай, гимназиябыҙҙа уҡып киткән һәр егет-ҡыҙ маҡтауға лайыҡ. Улар уй-хыялдарын, изге ниәттәрен тормошҡа ашырып, милләткә, илгә кәрәк булып, алдынғы сафта ҡалалар. Ә инде алда имтихан һынауҙары көткән сығарылыш уҡыусыларына ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ теләйбеҙ. Берҙәм дәүләт имтихандарын мотлаҡ уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инерҙәр, тормошта үҙ урындарын табырҙар, тип уйлайбыҙ. Сәмле, тырыш улар. Ә ундайҙар маҡсаттарына ирешмәй ҡалмай.
Эльвира Садиҡова, М. Бураҡаева исемендәге гимназия-интернат директоры.
2021-2022 уҡыу йылында Үрге Муйнаҡ мәктәбен 10 уҡыусы (һүрәттә) тамамланы. Шулар араһынан Айгизә Исҡужина – миҙал, Урал Йәғәфәров иһә тик «бишле» билдәләренән торған аттестат алды. Айгөл Ҡолмөхәмәтова, Карина Хәлитова, Тимур Бикбов, Нәркәс Мусина, Ислам Делимбетов «4» һәм «5» билдәләренә тамамланы.
Сығарылыш уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханына бик яуаплы ҡараны. Алда торған һынауҙарға улар уҡытыусылары менән дә, үҙ аллы ла ныҡлы әҙерләнде. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне. Айгизә Исҡужина рус теленән – 89 балл, профиль математиканан – 72 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән – 72 балл; Карина Хәлитова рус теленән – 87 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән – 82 балл, тарихтан 90 балл; Урал Йәғәфәров рус теленән – 70 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 66 балл йыйыуға өлгәште. Һөҙөмтәлә уҡыусылар үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инде. Айгизә – Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында, Карина – шул уҡ университеттың көнсығыш телдәрен өйрәнеү факультетында, Урал– Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университетының финанс факультетында белем ала.
Гөлсинә Ҡотошева, Үрге Муйнаҡ мәктәбе директоры.