Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәйҙәр имтихан тапшырҙы

Район мәктәптәре уҡыусыларының ата-әсәләре «Сдаём вместе. День сдачи ЕГЭ родителями» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Ата-әсәйҙәр имтихан тапшырҙы
Ата-әсәйҙәр имтихан тапшырҙы

 Аҙаҡҡы имтихан Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптә үтте.

Район мәғариф бүлегенең баш белгесе булып эшләүсе Ринат Сабир улы Бикбаев ата-әсәләрҙе БДИ тапшырыу ҡағиҙәләре һәм шарттары менән таныштырып үтте. Балаларға яуаплы имтихан тапшырғанда юғалып ҡалмаҫҡа, талаптарға ярашлы рәүештә имтихан бланктарын дөрөҫ тултырыу мөһимлеге хаҡында һөйләп үтте. Имтихан йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм уҡытыусцылар ҡатнашлығында үтте.

Бындай ҡыҫҡартылған имтихан процедураһын үткәреүҙең маҡсаты - ата-әсәләрҙе балалар үтәсәк һынауҙар менән таныштырыу.

#СдаёмвместеДеньсдачиЕГЭродителям.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: