Бөгөн Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында һуңғы ҡыңғырау линейкалары уҙҙы. Быйыл беҙҙең районда барлығы 466 уҡыусы сығарылыш кластарын тамамлай. Шуларҙың 106-һы - 11-се класс уҡыусылары.
Иҫәнғолдоң өс мәктәбе һәм Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының сығарылыш кластары уҡыусылары район мәҙәниәт йорто алдында үткән ҙур байрам сараһында ҡатнашты.
Район башлығы Дәмин Юланов уҡыуҙа, спортта юғары уңыштарға ирешкән бер төркөм уҡыусылар - Гөлнур Юлдашбаева, Азалия Ҡыуандыҡова, Искәндәр Йылҡыбаев, Ынйы Ҡорбанаева, Азалия Шахмөхәмәтова, Ильфир Юлдашбаев, Эльвина Йәғәфәроваға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарыһәм 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырып үтте.