Бөтә яңылыҡтар

Өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона уҡырға инәбеҙ

Бында барыһы ла ябай

Өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона уҡырға инәбеҙ
Өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона уҡырға инәбеҙ

Һеҙҙең менән юғары уҡыу йорто араһында нисә саҡрым булыуы мөһим түгел, теләһә ҡайһыһын һайлағыҙ һәм документтарығыҙҙы онлайн тапшырығыҙ!
20 июндән 126 мең абитуриент «Вузға онлайн уҡырға инеү» порталы аша https://vk.cc/cd4F6k университеттарға ғариза яҙған. Ошо суперсервис өсөн «Һанлы иҡтисад» милли проектына рәхмәт.
Бында барыһы ла ябай:
- ғариза тултырығыҙ;
- юғары уҡыу йортон, шунан һуң кәрәкле йүнәлеште һайлағыҙ;
- өҫтөнлөклө рәүештә 5 уҡыу йортон һайлағыҙ;
- ташламаға хоҡуҡ биргән грамоталарығыҙҙы йәки документтарығыҙҙы беркетегеҙ;
- документтарығыҙҙы ебәрегеҙ!
Иғтибар! Ҡайһы бер уҡыу йорттарында өҫтәмә ҡабул итеү имтихандары бар, уларға яҙылырға онотмағыҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса иң күп балл йыйғанда ла «үтмәҫкә» мөмкин.
25 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ - ҡабул итеү кампанияһы шул көндә эшен йомғаҡлай.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Юғары уҡыу йортона ҡабул итеү» бәйләнеш үҙәгендә һорауҙар бирергә мөмкин: 8 (800) 100-20-17

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: