Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
2 Август 2023, 11:06

Һөнәрен туғандары өлгөһөндә һайлаған

- Гөлсирә инәйем Үтәғолда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй торғайны. Уның матур итеп теҙеп кенә ҡуйған дәфтәр-китаптарына иҫем китә торғайны. Уларҙы һорап алып ҡына ҡарарға мөмкин ине. Унан кире урынына матурлап ҡуяһың, – тип һөйләй Фатима Яҡуп ҡыҙы. – Инәм һәр ваҡыт яғымлы ғына итеп һөйләшә, ҡысҡырмай ғына аңлата. Минең өсөн уҡытыусы өлгөһө булып торҙо ул.  26 йыл стажға эйә булған Иҙәш мәктәбе уҡытыусыһы Фатима Фәйрушина тураһындағы мәҡәлә менән "ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ" гәзитендә һәм сайтта танышырһығыҙ.

Һөнәрен туғандары өлгөһөндә һайлаған
Һөнәрен туғандары өлгөһөндә һайлаған

1995 йылда Салауат педучилищеһын тамамлаған Фатима Яҡуп ҡыҙы хеҙмәт юлын Биштирәктә башлай.  Студент саҡта йүгереү менән шөғөлләнгән йәш уҡытыусы физкультура һәм йыр уҡытырға тәҡдимгә ҡуш ҡуллап риза була. Унан тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы декрет ялына киткәс, ул ваҡыттағы директор Ришат Ҡансурин эшкә саҡыртып ала.

-Биштирәктә оҡшай ине, илай-илай ҡайттым инде. Директор Дамир Ҡыуатов: “Ғүмер буйы ырғып-һикереп йөрөмәксе булаһыңмы? Һине Ришат Шәйәхмәт улы эшкә саҡыра. Бәлки, үҙ профилең буйынса юғары уҡыу йортона ла инерһең. Әлегә ауылда балалар күп, ә бер нисә йылдан улар ҡалмаясаҡ. Әҙерәк киләсәгеңде уйла”, – тип кәңәш бирҙе. Ҡайтып киткәйнем, ысынлап та, бер нисә йылдан мәктәп дүрт йыллыҡҡа ҡалды.

Дамир Ғәли улының ваҡытында биргән дөрөҫ кәңәше Фатима Яҡуп ҡыҙына тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә мөмкинлек бирә. Етмәһә, Иҙәштә практика ла үткәне булғас, тыуған мәктәбендә эш башлауы уға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ул ваҡытта эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар Фәниә Дәүләтбәкова, шулай уҡ Хәзирә Ҡәҙербаевананың кәңәштәренә таяна ул. Ә уҡытыусылыҡты һайлауына атаһының бер туған апайҙары – Гөлсирә һәм Миңсылу Йомабай ҡыҙҙарының, әсәһе яҡлап Ғәлиә апаһының педагог булыуҙары тәьҫир иткәндер, моғайын, тип һанай ул.

-Гөлсирә инәйем Үтәғолда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй торғайны. Уның матур итеп теҙеп кенә ҡуйған дәфтәр-китаптарына иҫем китә торғайны. Уларҙы һорап алып ҡына ҡарарға мөмкин ине. Унан кире урынына матурлап ҡуяһың, – тип һөйләй инде 26 йыл педагогик стажға эйә булған Фатима Яҡуп ҡыҙы. – Инәм һәр ваҡыт яғымлы ғына итеп һөйләшә, ҡысҡырмай ғына аңлата. Минең өсөн уҡытыусы өлгөһө булып торҙо ул. Инәйҙәрем дә, апайым да кәңәштәре менән һәр ваҡыт ярҙам итеп, хәлдәремде һорашып торҙолар.

Фатима Яҡуп ҡыҙы тормош иптәше Дим Ғәлимйән улы менән өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Зөлхизә Ишембайҙа нефть колледжын тамамлап, Муравленкола АЗС-та эшләй. Унан килә улдары Йәнйегет, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәнгә күрә, өйҙә, әсәһе эштә саҡта атаһы менән була. Иҙелдәре 8-се класты тамамлаған.

Уҡытыусы быйыл берләштерелгән 2-се һәм 4-се кластарҙы сығарған. Яңы уҡыу йылында 1-се класс аласаҡ. Унда алты бала килер тип күҙаллай.

Юғары категориялы уҡытыусынан уҡыусылар менән эшләгәндә ниндәй алымдарға таяныуы тураһында һорашам.

-Уҡытыуҙа нигеҙ булып элекке традицион белем биреү тора бит инде. Шулай булһа ла, яңынан артта ҡалмайым тип, интернеттан эҙләнәм, яңы алымдар ҡулланам. Һәр дәрескә карточкалар әҙерләйем. Бер юлы ике класты уҡытҡанда был бик уңайлы, – ти тәжрибәле уҡытыусы.

Әңгәмәсемде борсоған проб­лемалар ҙа бар. Бигерәк тә уны йәм­ғиәттәге урыҫлашыу күренеше, хатта ауыл ерҙәрендә балаларҙың башҡортса һөйләшергә ынтылмауы аптырата. Шулай ҙа үҙ бурысына тоғро, дәртле һәм талапсан Фатима Яҡуп ҡыҙы кеүек уҡытыусылар булғанда, балалар киләсәктә лә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын белер, уны өйрәнер, артабан быуындар күсәгилешлеген һаҡлап, киләһе быуын­дарға еткерер, тигән ышаныс ҙур.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: