"Был минең өсөн ҙур еңеү ине. Сөнки был Форумда ҡатнашыу өсөн бөтәһе 60 меңдән ашыу кеше теләк белдергән һәм 3 мең класс етәксеһе һайлап алынған. Башҡортостандан 65 кеше араһында минең дә булыуым оло шатлыҡ ине. Әйтергә кәрәк, Мәскәүгә барыу, ҡайтыу, йәшәү, ашау саҡырыусылар иҫәбенә булды.
Бындай ҙур Форумда ҡатнашыу бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле,мауыҡтырғыс булды. Беҙҙе төрлө темаларға арналған майҙансыҡтарҙа яҙыусылар, актерҙар, журналистар, блогерҙар, халыҡ уҡытыусылары, алдынғы класс етәкселәре, төрлө профессия кешеләре менән осрашыуҙар көтә ине. Шулай уҡ мәғариф министры С.С.Кравцов, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Урынбаҫары Т.А.Голиковаларҙың сығышын тыңлау бәхете тейҙе. Форумдығы сараларҙы Д.Шепелев, Э.Мацкявичюс алып барҙылар. Үҙен теләгән майҙансыҡты алдан һайлап алыу мөмкинселеге лә бар ине. Төрлө фекер алышыуҙар, мастер-класстар, марафондар, презентациялар аша бик күп яңылыҡтарға өйрәнергә, тәжрибә тупларға мөмкин булды. Мин бик күп яңы таныштар таптым, уларҙын эш алымдарын өйрәндем, аралашыу кимәлемде арттырҙым, киңәйттем. Өс көн дауамында барған Форум миңә яңы көс, дәрт өҫтәне, башҡарған эштәремдең бушҡ түгеллегенә инандырҙы," - ти Гөлфирә Нурислам ҡыҙы.
Райондың иң шәп класс етәксеһенең Форумдан алған тәьҫораттары менән тулыһынса гәзитебеҙҙең киләһе һанында танышырһығыҙ.
Әйткәндәй, баҫмабыҙға ташлама менән яҙылырға өлгөрөгөҙ!!!