“Тәүфиҡле булығыҙ, бәхет тәүфиҡ артынан эйәрә”, – тип өйрәтте беҙҙе алты балаға ғүмер биргән, уларҙы тәрбиәләп, уҡытып һөнәрле итеп, оло тормош юлына баҫтырып кеше иткән, дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, СССР Мәғариф отличнигы, ҡәҙерле әнейебеҙ.
Беҙҙең йырлы-моңло, дөйөм педагогик стаждары егерме тиҫтәгә яҡын булған әнейебеҙ Мәҙкүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм әтейебеҙ Урал Малик улы Мөлөковтарҙың уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе, “һарысайым”, тип кенә ҡосҡан ҡыҙҙары, ғаиләбеҙҙә кинйә бала булып тыуған, беҙҙең яратҡан һылыуыбыҙ Лира Урал ҡыҙы Аллабирҙина үҙенең 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләй.
Һылыуыбыҙ 1973 йылдың алтын көҙөнөң 11 октябрендә Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында тыуа. Башланғыс белемде, донъяны күреп-танырға, матурлыҡҡа һоҡланырға, йырларға һәм бейергә уға беренсе уҡытыусыһы-ҡәҙерле кешебеҙ-әнейебеҙ бирә. Артабан уҡыу дәүерен данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла дауам итә. Төрлө яҡтарҙан килгән балалар, класташтар, дуҫтар менән аралашып, үҙ эшенең оҫталары булған уҡытыусылар ҡулында белемен арттыра, бейеү, хор, спорт түңәрәктәрендә йөрөп рухи һәм физик яҡтан үҫә, нығына. 8-се класты уңышлы тамамлап, әнейем кеүек уҡытыусы буласаҡмын тип, Өфө 1-се һанлы педагогия училищеһына уҡырға инә. Төплө белем биргән был училищела тырыш, ныҡышмал һылыуыбыҙ үҙенең булған һәләттәрен тағы ла камиллаштыра, үҫә. 1 курста “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ” конкурсында уның бейеүен күреп, ҙур баһа бирәләр һәм бейеү түңәрәгенә яҙып та ҡуялар. Төрлө милләттәрҙең бейеү серҙәрен профессионал белгестәр ҡулында өйрәнә. Уларҙың бейеү ансамбле ҙур сәхнәләрҙә еңеүҙәр яулай. Педучилищены лайыҡлы тамамлап, тыуған Ейәнсура районы Таҙлар урта мәктәбендә хеҙмәт юлы башлай һәм 4 йыл ошо мәктәптә балаларға башланғыс белем бирә. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡып, юғары белемле башланғыс класс уҡытыусыһы дипломына эйә була.
1997 йыл беҙҙең һылыуыбыҙ йәмле Күгәрсен районы Муса ауылына, егәрле, уңған, берҙәм Аллабирҙиндар ғаиләһенә килен булып төшә, кейәүебеҙ Рәис Әхмәт улы менән матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. “Улы барҙың урыны бар, ҡыҙы барҙың ҡәҙере бар”, -ти халыҡ аҡылы. Айнур исемле улдары һәм Айгөл исемле ҡыҙҙары тыуа. Һылыуыбыҙ ең һыҙғанып, Муса башланғыс мәктәбендә уҡыта башлай. Ә ҡасандыр ошо мәктәптә Мораҡ педучилищеһында уҡып йөрөгән әнейебеҙ педпрактика үткән була, хатта “Яратҡан уҡыусыма” тип яҙып бүләк иткән Ф.Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” исемле китабын , уҡыусыһы Ғәйнетдин абзый һылыуыма күрһәтеп, уҡытыусыһы тураһында ғорурланып һөйләгән.
Уҡытыусы – ауылдың йөҙө, таянысы бит ул. Муса ауылында уҡыусылары менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә һалынған һәйкәл эргәһенә уратып ҡарағай ағастары ултырталар.Әле ул ағастар бейек булып үҫеп, ауыл уртаһында, тирә –яҡҡа йәм биреп, мәңге йәшел, ғорур ултыралар.
Муса башланғыс мәктәбе ябылғас, Ново-Николаевка урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп алына. Һылыуыбыҙ тиҙ үк арала Өфө Мәғарифты үҫтереү институтында уҡып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһына эйә була.
15 йыл ошо мәктәптә төрлө милләт вәкиле балаларына башҡорт халҡына, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү, хөрмәт тәрбиәләй.
“Һаумы,һаумы,әкиәт” бәйгеһендә, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен, “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереүҙә, “Башҡортостан ынйылары” конкурсында ҡатнашып, беренселекте яулай уның уҡыусылары. Башҡорт, татар, мари халыҡ бейеүҙәрен урыҫ милләтле уҡыусылары бейегәнен күреп, асыҡ дәрескә килгән район башҡорт теле уҡытыусылары хайран ҡала, афарин, тип рәхмәт әйтәләр. Хеҙмәте район администрацияһы һәм мәғариф бүлеге, Күгәрсен районы Ҡоролтайы тарафынан Маҡтау һәм Рәхмәт ҡағыҙҙары менән баһалана.
Мәктәп эшен дә матур алып бара,өйҙә лә уңған хужабикә, егәрле, ипле, сабыр килен булып , бейеме Кинйәбикә ҡоҙағыйыбыҙ менән ике тиҫтәнән ашыу татыу донъя көтәләр. Ололарға оло, кеселәргә кесе була белгән һылыуыбыҙҙы ауыл халҡы ярата һәм хөрмәт итә. Рәис кейәүебеҙ Мораҡ ауылы Эске эштәр бүлегендә тәүтикшереүсе вазифаһында 20 йыл намыҫлы эшләй, хеҙмәт стажын тултырып, майор дәрәжәһен алып, хаҡлы ялға сыға. Балаларына өлгөлө, хәстәрлекле атай була. Бына тигән ҙур ҡарағай өй һалып, гөрләп йәшәп ятҡанда, беҙҙең яратҡан кейәүебеҙҙе яман сир түшәккә йыға. Ҡаты ауырығандан һуң, кейәүебеҙ бөтәбеҙҙе лә оло ҡайғыға һалып, мәңгелек донъяға күсә. Һынмай – һығылмай һылыуыбыҙ, ҡоҙағыйыбыҙ менән бер-береһенә терәк, йыуаныс булып, бергә тарталар донъя йөгөн.
Донъя бәрәкәте – ололарҙа, тип бейемен хөрмәтләп матур ҡараны, бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне һылыуыбыҙ. Ауырып түшәккә ятҡас, туғандар менән бергә уны ҡарап, тәрбиәләп, хәстәрләп һуңғы юлға оҙатты. Ҡоҙағыйыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын - асыҡ йөҙлө, киң күңелле, ҡунаҡсыл булды.
Һылыуыбыҙ балаларын ҡурсалап үҫтерҙе , тәрбиә бирҙе. Улы Айнур Өфө кооператив институтында, ҡыҙы Айгөл Салауат медицина колледжында уҡып кәрәкле һөнәр алды. Балаларына гөрләтеп туйҙар үткәрҙе, килен-кейәүле булды, инде хәҙер өләсәй бәхетен татый.
2015 йылдан алып һылыуыбыҙ Мораҡ Башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә. Уның уҡыусылары район һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа һынатмай, ә уҡыусыһы Абдуллина Гөлсөм төрлө фәнни-ғилми тикшеренеү эштәре менән бер нисә тапҡыр республика кимәлендә беренсе урынды яулай. Туған телде өйрәнеү һәм үҫтереү өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәте өсөн депутатыбыҙ Зариф Байғусҡаров һылыуыбыҙға исемле сәғәтен бүләк итте.
2018 йылда гимназия етәкселеге уға беренсе башланғыс башҡорт класын етәкләргә ышаныс белдерә. Был эшендә лә һынатмай һылыуыбыҙ. Беренсе сығарылыш уҡыусылары хәҙер инде уртансы звенола уҡый, уҡыу һәм тәртип буйынса алдынғы, рухлы, туған теленә тоғро булғандары өсөн уларға М. Шайморатовсылар класы исемен бирҙеләр. Яуаплы һәм тырыш уҡыусылары “Сулпылар” йыр-моң, “Аҡбуҙат ” журналы үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып тыуған районын данлай , ә бына Николаев Камил Ю.Гагарин кубогы олимпиадаһында бер нисә йыл рәттән төрлө предметтарҙан республика кимәлендә призлы урындар яулай. Ошо уҡ уҡыусыһы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының республика балалары өсөн быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Яратҡан уҡытыусыма ” тип исемләнгән иншалар конкурсында 100-ҙән ашыу ижады эш араһында иң яҡшы бишәүҙәр рәтенә инеп, үҙенең яратҡан беренсе уҡытыусыһы Лира Урал ҡыҙы Аллабирҙинаға арналған иншаһы менән еңеү яуланы. Һылыуыбыҙ уҡыусыһы менән “Башҡортостан ” дәүләт концерт залында оло сәхнәгә күтәрелде, Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр алыу бәхетенә иреште. Ошонан да оло баһа юҡтыр, уҡытыусыға!
Уҡытыуҙан тыш гимназия, район кимәлендә үткән төрлө саралар, конкурстар, байрамдар мәҙәниәтле, йыр-бейеүгә оҫта Лира һылыуыбыҙһыҙ үтмәй. Йәмәғәт эшендә әүҙемлеге өсөн гимназияла профком рәйесе вазифаһын тапшырҙылар.
Һылыуыбыҙ беҙҙең уҡытыусылар династияһына тап төшөрмәй, лайыҡлы, алдынғылар рәтендә бара. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Беҙҙең бәләкәсебеҙ оло йөрәкле, туған йәнле, намыҫлы, тоғро кеше. Ике яҡтан да туғандарын тигеҙ күреп, хөрмәт итеп, өҫтәл тулы ризыҡтары менән һыйлап, ҡаршылап оҙатып тора. Тормош дауам итә... Әлеге ваҡытта һылыуыбыҙ үҙенең яҙмышын Илфат кейәү менән бәйләне. Ул ипле, йомшаҡ һүҙле, оҫта ҡуллы. Һылыуыбыҙға, балаларға терәк, таяныс. Артабан да уларға бер- береһен аңлап, ҡәҙерләп, бәхетле тигеҙ оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ. Аллаһым һеҙгә сәләмәтле, бәрәкәтле, оҙон ғүмер насип итһен. Балаларығыҙ, ейән- ейәнсәрҙәрегеҙ һеҙҙе тик ҡыуандырып ҡына торһондар.
Бәхет ҡошоң һине һәр саҡ һаҡлап, яҡлап, ҡәҙерләп кенә торһон!
Өфө ҡалаһы, Ейәнсура һәм Мәләүез районында йәшәүсе апайҙары Светлана, Элиза, Зилә, Ләйлә һәм еҙнәйҙәре, Илһам абзыһы һәм Алһыу еңгәһе.