Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынаың 2-се һанлы мәктәп уҡыусыһы Вилена Хунафина һөйләүе буйынса, уның мәктәбендә 350 бала уҡырға тейеш булһа ла, ғәмәлдә 700-ҙән ашыу бала белем ала. Ҡыҙ спорт залында урын етмәүенә зарланды һәм башлыҡтан спорт залын төҙөүҙә ярҙам һорағайны.
Башҡортостандың ул ваҡыттағы мәғариф министры Айбулат Хажинға мәктәпкә ярҙам итергә мөмкинме тигән һорау бирҙе. Хажин, мәсьәләне хәл итеүҙе улар тапҡан, тип яуап бирә. Ул шулай уҡ мәктәпте иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡтар һәм уны капиталь ремонт көтә, тип вәғәҙә итә.
Дуҫтар! Башлыҡҡа һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ!
Һорауҙарҙы Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге яҙмаларына комментарий итеп ҡалдырырға мөмкин.
Социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар «Тура бәйләнеш» башланғанға тиклем һәм хатта тура эфир барышында ҡабул ителә.
Тура бәйләнеште БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм «Сәләм» телеканалдары күрһәтә, трансляцияны шулай уҡ Башҡортостан Башлығының «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» эфирында тыңларға мөмкин.