+2 °С
Ҡар
Был М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты өсөн генә түгел, тотош район өсөн оло ваҡиға. Уҡыусыларҙың башланғыстарын булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған үҙәк барлыҡҡа килһен өсөн уҡыусылар, мәктәп коллективы, ата-әсәләр бағыусылар берҙәй әүҙем ҡатнашты.
Хәҙер гимназияның төрлө кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған үҙ телевидениеһы, бүлмәһе, логотибы бар. Ул гимназия тормошонда ҙур урын биләп, уҡыусыларға үҙҙәренең һәләттәрен асырға ярҙам итәсәк.
Тантанаға саҡырылған ҡунаҡтар, бағыусылар барыһы ла ошо фекерҙе әйтте һәм медиүҙәккә, унда шөғөлләнәсәк йәш һәләттәргә тик уңыштар теләне.