Бөтә яңылыҡтар

“Һан донъяһы” проекты еңеп сыҡты

Күптән түгел Новониколаевка төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында мөһим сараларҙың береһе - “Мәктәп инициативаһын бюджетлау” программаһы менән танышыу һәм проекттарҙы яҡлау үтте. Сарала уҡыусылар, мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар ҡатнашты.

8, 9-сы класс уҡыусыларынан төҙөлгән 5 төркөм мәктәп инфраструктураһын үҙгәртеү өсөн үҙ проекттарын тәҡдим итте. Улар төрлө саралар ойоштороу, сәләмәтлек нығытыу, ял итеү зоналары булдырыу менән бәйле ине - “Һан донъяһы”, Воркаут майҙансығы- һаулыҡ территорияһы”, “Мәктәп тирәһен йәмләндереү”, “Ял зонаһы”, “Музей эше”. Һәр инициатив төркөм үҙ проекты менән таныштырҙы һәм фәҡәт ошо проект иң отошлоһо икәнен иҫбатларға тырышты, матур итеп презентацияланы. Һәр төркөм эскиздар әҙерләгән, планын, сметаһын төҙөгән ине. Конкурс бик йәнле үтте.

Сара аҙағында тәҡдим ителгән проекттар өсөн асыҡ тауыш биреү уҙғарылды. Һөҙөмтәлә, мәктәптең уҡыу-уҡытыу процесында мәғлүмәти мөхит булдырыу, уҡыусыларҙың информацион- коммуникатив белемдәрен арттырыу маҡсатына йүнәлтелгән “Һан донъяһы” тигән проект еңеп сыҡты. Мәктәп коллективы был проекттың республика кимәлендәге конкурста ла еңеп сығырына ҙур ышаныста ҡала.

З.М. Һөйөндөкова, уҡытыусы.

Читайте нас: