Бөтә яңылыҡтар

Еңел булмаған һайлау

.

Еңел булмаған һайлау
Еңел булмаған һайлау

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелде. Уҡыусылар мәктәп инфраструктураһын яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн үҙ идеяларын, пландарын, йәғни үҙҙәре инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. Әле беҙҙең балалар ҙа ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Улар командаларға бүленеп, һәр кем үҙ проекты өҫтөндә эш башланы. Алда 10-11 класс уҡыусылары өсөн еңел булмаған һайлау тора. Сөнки ҡайһыһы иң күп тауыш йыя, шуны тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш алып барыласаҡ. Тәҡдим ителгән проекттарға: «Ял итеү зонаһы», «Башланғыс класс уҡыусыларының уйын майҙансығы», «Мәктәп теплицаһы», «Минең хыялдағы мәктәп ихатаһы», «Тренажёр беседкаһы» инә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: