Бөтә яңылыҡтар

“Һыу нисек кәрәк, бейеү ҙә шулай мөһим”

 Өфө Фән һәм технологиялар университеты студенты Динар Тоҡомбәтов тормошон бейеүһеҙ күҙ алдына ла килтермәй.

“Һыу нисек кәрәк, бейеү ҙә шулай мөһим”
“Һыу нисек кәрәк, бейеү ҙә шулай мөһим”

Биш йәшендә бейеү менән танышҡан Динарға атаһы йыр өйрәтә. Хатта “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнаша ул. Ләкин күңелен шул ваҡытта уҡ тылсымлы бейеү солғап алған була, күрәһең. 1-се класта С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә уҡырға бара.

– 2-се мәктәптең 6-сы класында уҡып йөрөгәндә таныш егет уҡыған лицейын маҡтап, унда яҡшы белем биреүҙәрен һөйләне. Мин ныҡлы ҡарарға килдем: шунда уҡырға тейешмен! Атайым һәм әсәйем теләгемә ҡаршы килмәне, – ти Иҫәнғол егете Динар Тоҡомбәтов.

Уҡытыу төрөк системаһы буйынса алып барылған Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернатында биш йыл уҡыу дәүерендә Динар бейеү донъяһына башкөллө сума. Лицей ансамблендә сығыш яһауҙан тыш, ул ҡаланың “Торатау” балалар бейеү ансамбленә йөрөй. Бер йыл “Байыҡ” республика бейеү конкурсында ҡатнашалар: лицей бейеүселәре – беренсе урын, торатауҙар гран-при яулай. Спорт менән дә мауыға Динар: лицей егеттәре менән футбол уйнай, штанга, гер, гантелдәр менән ныҡлы дуҫлыҡ барлыҡҡа килә.

Бөгөн Динар Тоҡомбәтов – Өфө Фән һәм технологиялар университетының Иҡтисад һәм бизнес институтының 3-сө курсы студенты, менеджер-маркетолог һөнәрен үҙләштерә.

– Киләсәгемде ниндәй һөнәр менән бәйләргә тигән һорау торғанда, ата-әсәйем: “Үҙең һайла, тик сәнғәт юлынан китмә!” – тинеләр. Өфө нефть-техник һәм Өфө Фән һәм технологиялар университеттарына документ тапшырҙым. Һуңғыһын һайларға тура килде. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тәүгеһендә бейеү ансамбле юҡ. Ә мин бейемәйенсә йәшәй алмайым. Һыу нисек кәрәк, бейеү ҙә шулай мөһим минең өсөн! – ти Динар.

Ул бөгөн университеттың “Айтуған” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Ансамбль менән Ҡаҙағстанда, Төркиәлә үткән халыҡ-ара бейеү конкурстарында лауреат булғандар. Улар Йошкар-Ола, Сочи, Ханты-Манси һәм Мәскәүҙә уҙғарылған бәйгеләрҙә лә уңышлы сығыш яһаған. Ханты-Мансиҙа Динар яңғыҙ бейеү менән дә сығыш яһап, 3-сө урын яулаған.

Йәйге каникулдарында Динар ике йыл рәттән “Ал елкән” лагеры базаһында ойошторолған “Йәйләү” республика лагерында эшләп, үҙен бейеү ҡуйыусы булараҡ һынаған. Үткән йыл, конкурсҡа барыу сәбәпле, лагерға эшкә бара алмаған. Әммә бейеү ҡуйырға саҡырғас, ҡыуанып риза булған. Әйткәндәй, лагерҙа ул гитарала уйнарға өйрәнгән. Быға уны рухлы башҡорт йырҙарын йырлау теләге этәргән.

Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле. Динарҙың сәнғәткә һөйөүе ғаиләһенән килә. Район мәҙәниәт йорто солисы, М.Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фәнүр Ғайса улы менән С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Таһир ҡыҙы – район мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр. Тоҡомбәтовтар улдарының бөтә башланғыстарын хуплап, һәр уңышы өсөн ғорурланып тора.

Динар алдағы йыл магистратураға инергә ниәтләй. “Эшкә урынлашһам, бейеүһеҙ нисек йәшәрмен икән?” – ти ул. Әммә . тырыш, һәләтле егет бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫ.

Айнә ИМАНҒОЛОВА.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: