Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
14 Февраль , 00:39

Шайморатовсыларыбыҙ - еңеүсе!

Кисә Йылайырҙа Урал аръяғы райондарының генерал-майор М. Шайморатов исемен йөрөткән кластары араһында "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" үтте. Унда Ейәнсуранан М. С. Бураҡаева исемендәге гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашты һәм еңеү яуланы.

Был хаҡта уларҙың класс етәкселәре Гөлбаныу Исмәғилева үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә:

"Уҡыусыларҙы ошо ҙур уңыштары менән ҡотлайым! Уларҙың һәр береһен исемләп атап киткем килә: кластың командиры Аҙнабаев Дарислам, тағы ла Ғафаров Динис, Ишмөхәмәтов Ғәйсәр, Самородин Темур, Исмәғилева Гүзәл, Исмәғилева Гүзәлиә, Яковлева Лилиә. Бына улар - лайыҡлы рәүештә еңеү яулаусылар! Республика этабында ла һынатмағыҙ, Шайморатовсылар! Һеҙҙе Яңауыл ҡалаһында үтәсәк ярыш көтә!"

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, шайморатовсыларға респулика кимәлендә лә уңыштар ғына теләйбеҙ. Афариндар!

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: