10-сы класс уҡыусыһы Айдинә Күсәрбаева – ата-әсәһенең генә түгел, мәктәбенең, хатта райондың ғорурлығы. Тик бишле билдәләренә уҡыған ҡыҙ районда физкультура буйынса олимпиадала еңеп, күптән түгел республика кимәлендәгеһендә призер булды.
– Өс этаптан – теория, гимнастика, спорт уйындарынан торған олимпиада М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла үтте. Бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләнгән, махсус секцияларға йөрөгән тиҫтерҙәрем менән көс һынашыр алдынан бик тулҡынландым, әлбиттә. Юғары балға өмөт тә итмәй инем. Шуға 79 уҡыусы араһында призер булыуымды белгәс, тренерым Дмитрий Николаевич Ерофеев та, мин дә бик ҡыуандыҡ.
– Яҡындарым минең уңыштарыма өйрәнеп тә бөттө, шикелле, – тип йылмайһа ла, Айдинәнең ата-әсәһе Байрас Зиннур улы һәм Эльза Рәис ҡыҙы, ағаһы Данис уның менән сикһеҙ ғорурлана. – Тик ҡайһы берҙә мине йәлләп ҡуялар, арыйҙыр, тип уйлайҙар. Әммә мин бер урында тора торған кеше түгелмен шул. Һәр ваҡыт алға ынтылам, үҫәм.
Ысынлап та, Айдина – 5-се кластан алып йыл да “Ҡыҙғылт-һары туп” баскетбол ярышында, “Зарница” уйындарында ҡатнаша. Мәктәптең республикала еңеп, бөтә Рәсәй кимәленә сыҡҡан ирекле янғын һүндереү командаһында ла. Былтыр Өфөлә үткән “Ландшафт дизайны” чемпионатында класташы Рушан Ҡылысбаев менән ҡатнашып, республика буйынса икенсе урын яулағандар. Ә балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыған йылдарында ансамблдәре менән күпме бейеү бәйгеләрендә уңыш яулайҙар?!
Бар ергә лә өлгөргән, күп яҡлы шөғөлдәре булған балалар, ғәҙәттә, тормошта юғалып ҡалмай, мотлаҡ үҙ урынын таба. Һәләтле ҡыҙ иһә үҙен киләсәктә медицинала күрә. Уңыштар һиңә, Айдина!
Айнә ИМАНҒОЛОВА.