“Эх! Хаҡы ҡиммәт шул – 28 һум! Барыбер минеке буласаҡһың бит инде!” – тип магазинға барған һайын кәштәлә матур ғына булып ултырған гармунға күҙе ҡыҙа уҡыусы ҡыҙ Йәмиләнең. Мәктәптә гармун түңәрәгендә шөғөлләнә башлағас, музыкаға булған ҡыҙыҡһыныуы тамам көсәйә шул... Әсәһенән һорар ине лә...ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләй, уға былай ҙа ауыр. Хыялын нисек тә булһа тормошҡа ашырыу ниәте менән йәйге каникул осорона бойҙай цехына эшкә төшә ул. Йәй бөтөүгә гармун алырлыҡ аҡса йыйыла ла.
Ҡыуанысынан түбәһе күккә тейгән, күпме ҡарап йөрөгән гармунын ҡосаҡлап магазиндан сығып килгән Йәмилә малайҙарҙың: “Ха-ха-ха, Йәмилә гармун тотоп сығып киләсе!” – тип көлөүҙәрен дә иғтибарға алмай.
Шул көндән һуң гармун ҡыҙҙың айырылғыһыҙ дуҫына, ғүмерлек юлдашына әүерелә. Үҙ тырышлығы менән уйнарға өйрәнгән ҡыҙ, әхирәте аша Сибай педагогия колледжында баянда уйнарға өйрәтеүҙәрен белеп ҡалғас, 8-се класты тамамлағас, Сибайға уҡырға китә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә уҡыған ҡыҙ баян менән шунда уҡ дуҫлаша. Колледждың оркестрында уйнай, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынай. Ғәҙәттә, 1-се урынды сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеп килгән баянсы алһа, Йәмилә һәр ваҡыт 2-се урынға сыға торған була. Икенсе курста уҡығанында уның һәләтен күреп ҡалып, колледж директоры Хөснөтдин Хәйбулла улы үҙенә саҡыртып, Учалы ҡалаһындағы сәнғәт колледжына барырға тәҡдим итә. Тик күндерә алмай ул ҡыҙҙы, һәләтле студент бер нисә йылдан ҡулына диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайтып китә.
Үрге Муйнаҡ ауылы ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Самаҙы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып ең һыҙғанып эш башлай. Ошо ауыл егете Марселгә тормошҡа сыға.
Айырылмаҫ дуҫы гармунды бер ҡасан да ҡулынан төшөрмәй ул. Бер көн төштән һуң мәктәптә кабинетында гармун тартып моңланып ултырһа, мәктәп директоры Яхъя Юлдашбаев килеп инеп, аптырап китә:
- Гармунда уйнай беләһегеҙме ни? - ти.
- Эйе, - тип яуаплай ҡаушап ҡалған йәш уҡытыусы.
Иртәгәһенә Яхъя Шаһисәлим улы Йәмилә Ғәлим ҡыҙын саҡыртып ала ла:
- Һеҙгә йыр дәрестәрен бирәм. Уҡыта белмәйем, тимәгеҙ. Гармун уйнап, йыр өйрәтһәгеҙ, шәп тә инде, - ти.
Бер көн директор уҡытыусыны дәрестән саҡырып сығара ла:
- Бына һеҙгә 140 һум аҡса, тышта колхоз автобусы тора. Иҫәнғолға барып, баян алып ҡайтығыҙ. Универмагта бар, күреп ҡайттым. Хәҙер балаларығыҙҙы ҡайтарығыҙ ҙа, барып ала һалығыҙ, - ти. Универмагта яңғыҙы ғына торған баян шулай итеп Самаҙы мәктәбенә ҡайта.
Йәмилә Ғәлим ҡыҙының тормошона музыка йәнә бына шулай килеп инә. Сәнғәт училищеһында уҡыуҙан баш тартһа ла, яҙмышы йыр-моң менән тығыҙ бәйләнгән булып сыға. Бөтә күңелен биреп балаларға йыр сәнғәтен бына инде 35 йыл өйрәтә ул. Был ваҡыт эсендә ул күп уҡыусыларҙы сәнғәткә ғашиҡ иттерә. Яңы эш башлаған ваҡытында алған баян уға 34 йыл буйына тоғро хеҙмәт итә. Бер йыл элек ул әле эшләгән Абзан мәктәбенә яңы баян биргәндәр. Дәртләнеп эшләйһе лә эшләйһе, конкурстарҙа еңеүҙәр яулайһы...
2011 йылда Самаҙы мәктәбе менән бер рәттән Абзан мәктәбендә лә йыр дәрестәре алып бара башлай ул. Шунда уҡ түңәрәк аса, ансамбль ойоштороп ебәрә. 2019 йылда, Самаҙы мәктәбе бөтөрөлгәс, тулыһынса бында эшкә күсә.
2018 йылда, Өфөлә комсомолдың 100 йыллығына арналған сарала Абзан мәктәбенең 20 баланан торған хоры сығыш яһай. Шул ваҡытта бөтә зар аяғүрә баҫып, илай-илай тыңлай уларҙы. Йәш саҡтарын хәтерләйҙәр тамашасылар, балалар ҙа бик моңло йырлайҙар. Матур һәм тулҡынландырғыс күренеш була ул.
“Аманат” ансамбле йылдар дауамында ниндәй генә фестивалдә ҡатнашмаһын, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә һәр ваҡыт беренсе һәм икенсе урындарҙы алып килә. Был, әлбиттә, Йәмилә Ғәлим ҡыҙының юғары профессионаллығы, тынғыһыҙ эше һөҙөмтәһе.
Ул өлгөлө ҡатын, мөләйем әсәй ҙә. Иптәше Марсель Хәким улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҙурҙары Әлфиә медицина колледжын тамамлап, Өфөлә кардиологик диспансерҙа шәфҡәт туташы булып эшләй. Улдары Айтуған Өфө авиация-техник университетының һуңғы курсында булһа, кесе ҡыҙҙары Айсулпан Өфө нефть-техник университетының 2-се курсында уҡый. Әйткәндәй, Айтуған 2013 йылда “Сулпылар” республика телевизион бәйгеһенең Гран-приһына лайыҡ була. Әле лә сәнғәтте ташламай ул: ҡурайҙа уйнай, йырлай.
- Ҡасандыр тормошомда булған оло үҙгәреш өсөн Яхъя Шаһисәлим улына рәхмәтем сикһеҙ. Миңә этәргес көс бирҙе ул, музыка менән ныҡлап дуҫлаштырып ҡуйҙы. Бала саҡтан гармунға ғашиҡ булыуым миңә уның моңдарын кешеләргә таратып, ишеттереп йәшәү бәхетен бүләк итте, - ти Йәмилә Ғәлим ҡыҙы.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.
Фото архивтан.