Абзан мәктәбенең 5-се класында белем алыусы Айлина Яҡупова – ата-әсәһенең генә түгел, барлыҡ мәктәптең ғорурлығы. Тырыш, аҡыллы ҡыҙ тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Йыл һайын рус теле, рус әҙәбиәте, математика, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса район олимпиадаларында ҡатнаша. Былтыр “Доктрина” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған Бөтә Рәсәй конкурсында тикшереү эше менән ситтән тороп ҡатнашып, призер булған. “Ғилем” республика фәнни-тикшереү конкурсында ла Айлина призер булыуға өлгәшкән. Бөтә Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған бәйгелә лә тикшереү эше менән ҡатнашып, йыл да муниципаль этап еңеүсеһе була икән.
Яҡшы уҡыу, конкурстарҙа еңеү яулауҙан тыш, һәләтле ҡыҙ йыр түңәрәгендә лә бик теләп шөғөлләнә. Мәктәптең йыр ансамбле менән “Көлһылыуҙа ҡунаҡта”, “Яҙғы тамсы” район конкурстарында һәр йыл уңышлы сығыш яһайҙар.
Ә ҡул эштәре менән Айлина араһында –айырым бер бәйләнеш. Интернетта күреп нимә генә эшләп ҡарамаған ул! Бисер үреү булһынмы, эпоксид ыҫмалаһы менән һындар әүәләүме, папье-маше техникаһы менән эшләүме – ҡулынан барыһы ла килә. Һүрәтте лә бик оҫта төшөрә. Эшләгән эштәрен әхирәттәренә, туғандарына бүләк итергә ярата.
Һәр баланың уңышы, һәләте һис шикһеҙ тыуған, тәрбиәләнгән ғаиләһе менән бәйле. АйлинаРөстәм һәм Роза Яҡуповтарҙың өлгөлө матур ғаиләһендә тәүге бала. Ике ҡустыһы бар: Арслан 3-сө класта шулай уҡ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, ә Рәмин әлегә – балалар баҡсаһында.Ғаилә башлығы Рөстәм Әнүәр улы Юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Малиновка участкаһы начальнигы вазифаһын башҡара. Роза Әхиәр ҡыҙы иһә Абзан мәктәбенең эштәр менән идара итеүсеһе. Айлина әсәһенең төп ярҙамсыһы, ҡустыларын ҡараша, өй йыйыштыра, хатта ашарға ла бешерә белә.
Ә туғыҙ ҡыҙ һәм алты малай уҡыған алтынсы кластың командиры кем, тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, Айлина! Бөтә эште лә урын-еренә еткереп башҡарыуы, яуаплы булыуы менән ул класташтарының ихтирамын күптән яулаған.
– Командир булыуы бер ҙә ауыр түгел. Класташтарым мине һәр ваҡыт тыңлайҙар, – ти Айлина.
Тырыш ҡыҙ “Һалдатҡа хат” акцияһында ла ҙур теләк менән ҡатнашҡан.
– Беҙҙең тыныслығыбыҙ һағында тороусыларға ике тапҡыр хат яҙҙым. Уларға бәхет, именлек, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнем, – ти ул.
Һәр ваҡыт бөгөнгөләй алдынғы булыуыңды, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ, Айлина! Һау-сәләмәт, уңышлы, бәхетле бул!
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.